Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Октябрь 2022, 03:30

Рәхмәт һеҙгә!

Хөрмәтле  пенсионерҙар, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары! Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө менән ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ. Был байрам – һеҙҙең баһалап бөткөһөҙ тәрән аҡылығыҙ, изгелегегеҙ, ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт әйтергә йәнә бер мөмкинселек.

Һәр ғаилә өлкән быуындан килгән  һөйөү  һәм хәтирәләрҙән үҙенә йәшәү көсө ала.  Беҙ һеҙгә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ һәм ҡалабыҙ, республикабыҙ, илебеҙ үҫешенә үҙ өлөшөгөҙҙө индергәнегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ. Фәҡәт һеҙ булдырған бөгөнгө матур тормошта йәшәүебеҙ менән ғорурланабыҙ. Һеҙ – йәш быуын өсөн өлгө.

Бөтөн күңелемдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, иртәгәһе көнгә ышаныс, тыныс, мул тормошта йәшәүегеҙҙе теләйем! Яҡындарығыҙҙың  йән йылыһын һәм хәстәрен тойоп,  балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүләләрегеҙҙең уңыштарына һөйөнөп йәшәгеҙ. Байрам менән!

Рөстәм Ғәзизов,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Рәхмәт һеҙгә!
Рәхмәт һеҙгә!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас