Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
3 Октябрь 2022, 07:16

Стәрлетамаҡ халҡы мобилизацияланған яҡташтарына аҙна һайын ылау оҙатасаҡ

Илленән ашыу тәүге посылка әлеге көндә Пенза өлкәһендә хәрби әҙерлек үтеүсе Ватан һаҡсыларына тәғәйенләнгән.

Стәрлетамаҡ халҡы мобилизацияланған яҡташтарына аҙна һайын ылау оҙатасаҡСтәрлетамаҡ халҡы мобилизацияланған яҡташтарына аҙна һайын ылау оҙатасаҡ
Стәрлетамаҡ халҡы мобилизацияланған яҡташтарына аҙна һайын ылау оҙатасаҡ

Урындағы халыҡ яугирҙарға төрлө кәрәк-яраҡтар, йылы кейем, күстәнәстәр алып килә.

Изге эшкә хәрбиҙәрҙең яҡындары ғына түгел, илдең киләсәгенә битараф булмаған барлыҡ кешеләр ҙә ҡушылған. Акциянан эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмаған. Улар тәүге партия менән яҡташтарына кейем-һалымдан тыш, тиҙ боҙолмай торған консервалар, гигиена әйберҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡ ебәргән.

Әйткәндәй, стәрлетамаҡтар яҡташтарына ылауҙы аҙнаның һәр йомаһында оҙатырға килешкән. Икенсе машина 7 октябрҙә юлға сыға.

Баш ньюс.

Автор:
Читайте нас