Ашҡаҙар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Октябрь 2022, 17:31

ЯНҒЫНДАР НИЛЕКТӘН СЫҒА?

Янғын хәүефһеҙлеге йәмғиәттә һәр ваҡытта ла көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Һуңғы осорҙа ауылдарҙа ғына түгел, ҡалаларҙа ла янғын сығыу осраҡтары ҡырҡа артты. Иң аяныслыһы, был янғындарҙа һәләк булыу осраҡтары йыш теркәлә. Шулай итеп, 2022 йылдың башынан Башҡортостан Республикаһы буйынса бөтәһе 7644 янғын сығыу осрағы, янғында һәләк булыусы 136 кеше, төрлө тән йәрәхәттәре алыусы 166 кеше теркәлде.

ЯНҒЫНДАР НИЛЕКТӘН СЫҒА?
ЯНҒЫНДАР НИЛЕКТӘН СЫҒА?

Өй йылытам тип...

Янғыу сығыуҙың төп сәбәптәре булып төҙөк булмаған электр ҡорамалдары менән ҡулланыу, кешенең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе, ихата, йорт-ҡура тирәһендә кипкән, ҡоро үлән яндырыу, тәмәке тартыу, тыйылған урындарҙа усаҡ яндырып, ҡарауһыҙ ҡалдырыу һ.б. тора. Хәҙер, көҙ көнө һыуыҡтар төшкәс, бигерәк тә был проблема уйға һала. Сөнки, беренсенән, кешеләр өй йылытам тип, электр ҡорамалдарын тоҡандыра һәм төнгөлөккә ҡалдыра, икенсенән, ҡоро көндәрҙә ҡороған үлән тиҙ янып китә. Мәғлүм булыуынса, янғындарҙың өстән бер өлөшө төҙөк булмаған электр ҡорамалдары арҡаһында килеп сыға һәм электр монтажлау, төҙөкләндереү эштәренә тик белгестәрҙе генә йәлеп итергә кәрәклеген оноторға ярамай.

Үҙе бәләкәй, ә ғүмерҙе ҡотҡара

Кеше ғүмерен, йорт-ҡураларҙы, мөлкәтте янғындан һаҡлау маҡсатында, һәр өйҙә янғын сығыуҙы хәбәр итеүсе ҡоролма – янғын иҫкәрткес булырға тейеш. Был ҡоролма, үҙе бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, ифрат ҙур функция үтәй – кеше ғүмерен, мөлкәтте оло бәлә-ҡазанан һаҡлап алып ҡала ала.
Башҡортостанда халыҡты янғын сығыуҙа барлыҡҡа килгән күнелһеҙ эҙемтәләрҙән һаҡлау маҡсатында хөкүмәт тарафынан ҡабул ителгән “Һәр йортҡа – янғын иҫкәрткес ҡоролма” тип аталған программа эшләп килә. Был программа нигеҙендә күмәк балалы ғаиләләргә, социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләргә һәм өлкән йәштәгеләр йәшәгән йорттарға һ.б. янғын иҫкәрткес ҡоролмалар ҡуйыла. Был ҡоролма өйҙөң түшәменә урынлаштырыла, янғын сығыу ҡурҡыныс янағанда бүлмә эсендәге төтөн был ҡоролмаға эләгә һәм хатта йоҡлап ятҡан кешене лә уятырлыҡ көслө тауыш сығара. Ваҡытында хәүефһеҙлек сараларын күреп, кеше ғүмерен һәм мөлкәттен янғындан һаҡлап ҡалырға мөмкиселек бирә.

 

Уттан ҡалмай шул...

Был ҡоролманы ҡулланыу бик ябай һәм үҙаллы һатып алып, ҡулланыу буйынса инструкцияһы менән танышҡандан һуң өйҙәрегеҙгә урынлаштыра алаһығыҙ. Статистика буйынса янғын осрағында кешеләр күбеһенсә һөрөм еҫенән һәм
яныу продукттары еҫенән һәләк була. Янғын иҫкәрткес – кешеләрҙе янғында һәләк булыуҙан ҡотҡарыусы һөҙөмтәле сараларҙың береһе. Ул, төтөн сыға башлау менән, утты үҙаллы һүндереү мөмкин булған стадияла кешеләрҙе иҫкәртә һәм һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе бик кәрәкле ҡоролма булып тора.
Йәнә лә хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “уғрынан ҡала, уттан ҡалмай”, һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмере, мөлкәтегеҙҙең именлеге – һеҙҙең ҡулда.

 

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ябай ғына ҡағиҙәләрҙе һәр ваҡыт иҫтә тотоу кәрәклеген иҫкәртә:
– йорт-ҡура, ихата, кипкән үлән, ҡыуаҡлыҡтар тирәһендә ут яндырмағыҙ;
– кипкән үлән яндырһағыҙ, ут ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҙур янғынға әүерелеп китеүе бар;
– баҡсаларҙа көҙгө эштәр тамамланғандан һуң ҡороған үлән, сүп-сар яндырмағыҙ;
– бәләкәй балаларға шырпының уйынсыҡ түгел икәнлеген аңлатығыҙ, шырпыны балаларҙың ҡулы етмәҫлек урында һаҡлағыҙ;
– төҙөк электр ҡорамалдарын ғына файҙаланығыҙ;
– тоҡандырылған электр ҡорамалдарын, йылытыу приборҙарын ҡулланғанда, мунса яҡҡанда, мейесте тоҡандырғанда ут менән һаҡ булығыҙ;
– электр сымдарын дымландырыу, обой менән йәбештереү, сөй ҡағыу, тартып һуҙыу һәм бәйләү тыйыла;
– иҫке шнур, һәм оҙонайтҡыстар, төҙөк булмаған розетка, штепсель менән файҙаланмағыҙ;
– ҡулдан эшләнгән электр ҡулайламалары, стандарт булмаған ҡорамалдар, һаҡлағыстар (предохранитель) менән ҡулланыу тыйыла;
– һарай, ҡыйыҡ баштарында, түшәктә, тиҙ янып китә торған яғыулыҡтар эргәһендә тәмәке тартмағыҙ,
– өйөгөҙҙән сыҡҡанда телевизор, яҡтыртыусы лампаларҙы, электр йылытыусы, газ приборҙарын һ.б. һүндереп сығығыҙ;
– өйөгөҙҙә һәм йорт-ҡура тирәһендә һәр ваҡыт янғын һүндереү ҡоралдары, һыу менән һауыт, биҙрә әҙер торорға тейеш.

Өлфәт МӨХӘМӘТЙӘНОВ, 16-сы янғын-ҡотҡарыу часының ҡарауыл начальнигы, эске хеҙмәттең өлкән лейтенанты.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: