«Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлеге башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Нәсретдинов белдереүенсә, 26 сентябрҙән алып бөтә муниципалитеттарҙа ла Рәсәй Геройы, генерал-майорМиниғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эшләй башланы. Ундағы активистар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарына һәм ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтә. Штабҡа : 8-800-201-89-93 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә була, әлегә тиклем 250 шылтыратыу булған.
Башҡортостан Башлығы рәхмәт әйтеп түбәндәге һүҙҙарҙе еткерҙе:
- Мин яҡташтарҙың хәрби хеҙмәт үткән урынына барған район башлыҡтарына рәхмәтлемен. Беҙ бергәләп уларға сифатлы хәрби әҙерлек үтергә шарттар тыуҙырырға ярҙам итәбеҙ. Бар яҡлап та шундай уҡ ярҙамды хәрбиҙәрҙең туғандарына һәм яҡындарына ла күрһәтергә тейешбеҙ. Барлыҡ муниципалитеттарҙа ла мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренең тулы списогы булырға тейеш. Улар тураһында хәстәрлек күреү мөһим.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ Башҡоростан Мәҙәниәт министрлығына республиканың хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар алдында сығыш яһар өсөн артистарҙан һәм ижади коллективтарҙан торған агитбригадалар булдырырға ҡушты.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото: БР Хөкүмәтенең рәсми сайтынан алынды.