Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2022, 18:06

Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальонына 300 кеше ҡушылырға әҙер булыуын белдергән

Башҡортостандан һәм күрше төбәктәрҙән 300 кеше Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальоны составында махсус хәрби операцияла ҡатнашырға әҙер булыуын белдергән. Был хаҡта отрядты ойоштороу башланғысы менән сығыш яһаған отставкалағы полковник Артур Йомағужин хәбәр итте.

Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальонына 300 кеше ҡушылырға әҙер булыуын белдергән
Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальонына 300 кеше ҡушылырға әҙер булыуын белдергән

«Тиҙҙән беҙ артабанғы пландарыбыҙҙы иғлан итербеҙ һәм батальонда хеҙмәт итеү шарттары менән таныштырырбыҙ»,  — тип яҙҙы социаль селтәрҙә Йомағужин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда үҙ ирке менән махсус операцияла ҡатнашырға теләгәндәрҙең өсөнсө отрядын ойоштороу тураһында 30 сентябрҙә билдәле булды. Кандидаттарҙы хәрби тәжрибәһе булғандар араһынан һайлап алалар. Адресы: Өфө ҡалаһы, Дан бульвары, 6 (ДОСААФ).

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: