Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2022, 09:35

Үҙ эшен яратҡандар ғына шәп уҡытыусы була!

Хөрмәтле педагогтар һәм уҡытыусылар, педагогик хеҙмәт ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ҡайнар ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

Яҡшы уҡытыусы булыу – ул, ысынлап та фиҙаҡәрлек һәм ғәйәт ҙур хеҙмәт. Һеҙҙең  эшегеҙ түҙемлелек, үҙ эшеңә бирелгәнлек, күп көс  һәм энергия талап итә. Замана уҡытыусыһы өсөн һәр ваҡыт эҙләнеүсән, һиҙгерлелек һәм көнүҙәклек хас. Иң мөһиме: үҙ эшеңде яратмай тороп, уҡытыусылыҡ һөнәрендә уңыштарға ирешеү мөмкин түгел!

Хөрмәтле педагогтар, баһалап бөткөһөҙ дәрестәрегеҙ, изгелегегеҙ һәм ярҙамсыллығығыҙ, әүҙем тормош позицияғыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Һеҙҙең тынғыһыҙ эшегеҙҙә юғары һөнәри ҡаҙаныштар, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм илһамланып эшләүегеҙҙе теләйем. Байрам менән!

Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

 

Үҙ эшен яратҡандар ғына шәп уҡытыусы була!
Үҙ эшен яратҡандар ғына шәп уҡытыусы була!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: