Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2022, 16:29

Өфөлә «Шағир көндәлеге» фильмының премьераһы була

9 октябрҙә Өфөнөң «Родина» кинотеатрында Булат Йосоповтың «Шағир көндәлеге» фильмының ябыҡ премьераһы күрһәтелә. «Бабич» һәм «Беренсе Республика» фильмдары ингән «Беренсе Республика» милли трилогияһының һуңғы картинаһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына бағышланған.

Өфөлә «Шағир көндәлеге» фильмының премьераһы була
Өфөлә «Шағир көндәлеге» фильмының премьераһы була

Фильмдағы хәл-ваҡиғалар Хрущев осоронда бара. Йәш шағир Рәми Ғарипов Мәскәү әҙәбиәт институтында белем алып, ғаиләһе менән Өфөгә ҡайта. Өлкән коллегалары уға ҙур өмөттәр бағлай, ләкин көнкүрештә килеп тыуған проблемалар шағирҙың көсөн юғалта. Ғаиләһендәге юғалтыу ҙур һынау була. Рәми хәләл ефетен үҙе менән тыуған ауылына ҡайтырға күндерә.

Рәми Ғарипов ролен актерҙар Артур Ҡунаҡбаев, Линар Байытов һәм Арыҫлан Ҡырымсурин башҡарҙы. Картинала шулай уҡ Олеся Шибко, Елена Пухова, Вадим Ҡылысов, Таңсулпан Бабичева, Нәркәс Йомағужина, Айнур Ситдиҡов, Морат Рафиҡов, Салауат Юлдашбаев һәм башҡалар уйнаны.

Картинаның режиссеры – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең Кинематографистар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының Кинорежиссёрҙар гильдияһы ағзаһы, Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт премияһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Булат Йосопов.

Фильмды Башҡортостан Республикаһы Башлығы, р Мәҙәниәт миистрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығында Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы һәм «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы төшөргән. Сценарий авторҙары – Булат Йосопов, Гөлсәсәк Саламатова. Продюсерҙар – Леонид Филинов, Юнир Әминев.

«Шағир көндәлеге» фильмын тамашасылар ҙур экранда 2022 йылдың 20 октябренән үк ҡарай ала.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: