Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2022, 17:05

Өлөшләтә мобилизация тураһында 10 яңы һорау. Яуап бирәбеҙ!

«Аңлатабыҙ.рф» рәсми ресурсы һәм урындағы эксперттар менән иң мөһим һорауҙарға яуап биреүҙе дауам итәбеҙ.

Өлөшләтә мобилизация тураһында 10 яңы һорау. Яуап бирәбеҙ!
Өлөшләтә мобилизация тураһында 10 яңы һорау. Яуап бирәбеҙ!

Повестканы кем тапшыра ала?

Запастағы һәр гражданға шәхсән хәбәр еткереү өсөн хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре күп түгел, шуға күрә эш урынында хәрби иҫәп алып барған хеҙмәткәрҙәр йәки йәшәү урыны буйынса, мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре лә повестка тапшыра ала. Иң мөһиме – ул саҡырылыусының ҡатынына, апаһына, ҡыҙына, шулай уҡ телефон аша түгел, ә шәхсән граждандың үҙенә тапшырылырға тейеш. Әгәр ир-егет командировкала йәки отпускыла булһа, ашығыс рәүештә өйөнә ҡайтыу талап ителмәй. Әммә ҡулға повестка алып та ҡайҙалыр барырға кәрәкһә, тәүҙә хәрби комиссариатҡа саҡырыу комиссияһының ултырышына килергә тейешһегеҙ.
2022 йылдың октябрендә әрме хеҙмәтен тамамларға тейеш һалдатты мобилизацияға йәлеп итә алалармы?
Алалар, әммә ул тәүҙә запасҡа сығарылырға тейеш.
Хәрби хеҙмәт үтмәгәндәргә нимә эшләргә?
Юридик йәһәттән ҡамасаулыҡтар юҡ, шуға күрә улар ҙа мобилизацияға эләгә ала. Әммә Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич белдереүенсә, «ундайҙарҙы бөтөнләй алырға теләмәйҙәр», кешене хәрби задание үтәргә ебәреү өсөн бер ай әҙерлек бик аҙ. Үҙ теләге менән юлланыусылар – икенсе осраҡ. Әгәр кеше әрме хеҙмәтендә булмаған килеш тә контракт төҙөргә теләй икән, ундайҙарҙы алалар.

Студенттар менән хәл нисек?

Дәүләт ҡарамағындағы юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттарында көндөҙгө, көндөҙгө/ситтән тороп уҡыу бүлектәрен- дә тәүгә белем алған студенттарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу кисектерелә.
«Тәүгә» тигәнде нисек аңларға? Әгәр студент тәүҙә бакалавриат программа- һы буйынса уҡыһа һәм артабан магистратураға инһә, ике осраҡта ла әрменән кисектереү ҡаралған, сөнки ул был кимәлдәге белемде тәүгә ала. Әгәр ул бер йүнәлеш буйынса магистратураны тамамлап, икенсеһенә инһә, был осраҡта хәрби хеҙмәттән кисектереү ғәмәлдә булмай.
Дәүләт Думаһының фән һәм юғары белем буйынса комитеты рәйесе Сергей Кабышев белдереүенсә, юғары уҡыу йорттары студенттарын, аспиранттарҙы һәм фәнни дәрәжәгә эйә кешеләрҙе өлөшләтә мобилизациянан азат иткән акттар яҡын көндәрҙә баҫылып сығасаҡ. Әлегә ундай ҡарар әҙер түгел ине.
Икенсе районға, төбәккә, илгә барырға яраймы?
Өлөшләтә мобилизация шарт- тарында хәрби саҡырылыш йәшендәге ир-егеттәргә йәшәгән төбәгеңдән ситкә сығыу тыйылмай.


Кредит каникулын нисек алырға?

Барлыҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар быға тиклем алынған ипотека, ҡулланыусылар кредиты, микрозаймдарҙы түләү йәһәтенән кредит каникулы алыуға хоҡуҡлы. Ул хәрби хеҙмәт осорона һәм өҫтәмә рәүештә тағы 30 көнгә бирелә. Был хаҡта Дәүләт Думаһы закон ҡабул итте. Әлеге хоҡуҡ мобилизацияланған граждандарға ла, профессиональ хәрбиҙәргә лә, Милли гвардия яугирҙәренә лә ҡағыла.
Бының өсөн шәхсән йәки почта аша кредит биргән ойошмаға мөрәжәғәт итеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыуығыҙҙы раҫлаған доку- менттарҙы бирергә кәрәк. Әгәр ғаризаны хәрбиҙең ғаилә ағзаһы тапшырһа, туғанлыҡты раҫлаған документ та талап ителә.
Ғариза 10 көн дауамында ҡарала. Кешенең мобилизацияға эләгеүе йәки махсус хәрби операцияла ҡатнашыуы раҫланмаған осраҡта ғына кире яуап булыуы ихтимал. Ә башҡа осраҡта юҡ! Тыуған илде һаҡлаған мәлдә бурысығыҙҙы түләмәй торорға мөмкин, уға ҡағылышлы штрафтар йәки башҡарма производство кеүек саралар булмаясаҡ. Әммә бурысҡа тейешле проценттар иҫәпләнеп барасаҡ, уларҙы һуңынан түләргә тура киләсәк.
Каникул – ул бурыстан ҡотолоу сараһы түгел, ә ваҡытлыса түләүҙе туҡтатып тороу. Ҡайтҡас, һеҙгә яңы график бирәсәктәр, айлыҡ түләүҙәр суммаһы элекке кимәлдә буласаҡ.
Әгәр хәрби һәләк булһа йәки беренсе төркөм инвалиды булып ҡалһа, уның һәм ғаилә ағзаларының ипотекаһы, кредиттары, микрозаймдары тулыһынса юҡҡа сығарыла. Йәғни уларҙы дәүләт үҙ өҫтөнә ала.
Граждандарҙан һәм кешеләрҙән армия мәнфәғәтенә тип автомобиль йәки башҡа төрлө техниканы алыуҙары ихтималмы?
Юҡ. «Өлөшләтә мобилизация иғлан итеү тураһында» Указ бары тик кешеләрҙе мобилизациялауға ҡағыла, унда техник саралар тураһында һүҙ бармай.

Инвалид кешегә повестка килһә, нимә эшләргә?

Инвалид үҙе (әгәр йөрөй алмаһа, опекуны) хәрби комиссариатҡа килеп, инвалидлыҡты раҫлаған документтарҙы күрһәтергә тейеш. Ниндәй сир буйынса инвалидлыҡ алыуына ҡарамаҫтан, инвалидтарға мобилизация ҡағылмай.
Әгәр ғаиләлә дүрт бала йәки өлөшләтә мобилизациянан азат иткән башҡа төрлө нигеҙ булған осраҡта ла шулай эшләргә: әлеге осраҡты раҫлаған документтар менән хәрби комиссариатҡа киләһегеҙ һәм һеҙҙең категорияны үҙгәртәсәктәр.
МОбилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә нисек ярҙам итергә?

Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса «Берҙәм Рәсәй»ҙең урындағы бүлексәһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү маҡсатында «шайморатовсылар»ҙың ирекмәндәр штабын булдырҙы. Улар тарафынан магазиндан аҙыҡ-түлек һатып алып килеү, ихаталағы эштәрҙе башҡарыу, бала ҡарау һ.б. йәһәттән булышлыҡ күрһәтелә. Ярҙам кәрәкһә йәки ирекмән булырға теләһәгеҙ, штабҡа шылтырата алаһығыҙ: 8 800 201 89 03. Шулай уҡ үҙегеҙҙең төбәктәге бүлексәгә шылтыратырға ла мөмкин.

ӘЙТКӘНДӘЙ
Беҙҙең егеттәр ҡайһы төбәктәргә юлланды?

Мобилизацияға эләккәндәрҙе оҙа- тыу республиканың күпселек ҡала һәм райондарында үтте. Уларҙы фронтҡа түгел, ә Пенза, Һарытау, Ҡазан, Елань һәм Вольск ҡалаларындағы хәрби үҙәктәргә йәки училищеларға алып баралар. Уларҙа яҡшы тороштағы матди база, полигондар, уҡыу кластары, тренажерҙар бар. Хәрбиҙәр унда бер ай самаһы буласаҡ.

 

Ә БЫЛ ВАҠЫТТА

Рәсәй Оборона министрлығы мобилизацияланған граждандарҙың туғандары һәм яҡындары өсөн ҡыҙыу линия булдырҙы. Унда шылтыратып, хәрбиҙәрҙең ҡайҙа урынлашыуы, шулай уҡ өлөшләтә мобилизацияға ҡағылышлы һорауҙарға яуап алып була. Телефондар:
8 (800) 100-77-07
8 (495) 498-43-54
8 (495) 498-34-46

Автор:
Читайте нас: