

Ведомствола билдәләүҙәренсә, ташлама 2023 йылға тиклем ваҡытлыса сара итеп индерелде, ләкин уны оҙайтыу тураһында тәҡдимдәр булманы.
«2023-2025 йылдарға федераль бюджет проектының килем өлөшө ошо ташламаны бөтөрөүҙе иҫәпкә алып башҡарылған», — тиелә белдереүҙә.
Әлеге ваҡытта «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшкән физик берәмектәр өсөн ташлама автоматик рәүештә ҡулланыла.
Башинформ.