Ашҡаҙар
+7 °С
Облачно
Йәмғиәт
7 Октября 2022, 08:11

Доставалов исемендәге башҡорт батальоны яуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән

Уҙған төндә Доставалов исемендәге батальон яугирҙәре дошмандың көсөн ҡыйратҡан һәм төп бейеклеккә күтәрелгән. Был турала ғәскәр подразделениеһының рәсми телеграм-каналы хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Доставалов исемендәге башҡорт батальоны яуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткәнДоставалов исемендәге башҡорт батальоны яуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән
Доставалов исемендәге башҡорт батальоны яуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән

Ауыр яуҙа батальондың 5-се ротаһының шәхси составы ҡатнашҡан. Дошман дроны пехотаның хәрби машинаһын шартлатһа ла, «Сенеж» ҡушаматлы командир етәкселегендә «доставаловсылар» артиллерия ярҙамында атыу ҡоралы һәм миномет батареяһы менән һөжүмде кире ҡағыуға өлгәшкән.

 «Дошман байтаҡ юғалтыуҙар кисереп, кире сигенде. Шәхси состав ҙур батырлыҡ күрһәтте. Эшләгеҙ, туғандар!», - тип билдәләнеләр батальондың ТГ-каналында.
 
Башинформ.
Автор:
Читайте нас