Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Октябрь 2022, 12:40

Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонын ойоштороусы хәйриә фондын булдырыу хаҡында белдерҙе

Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонын ойоштороусы Артур Йомағужин хәйриә фондын асыу ниәте тураһында хәбәр итте. Полковник һүҙҙәренсә, уларҙың штабына, яңы отрядҡа ҡушылырға теләүҙән тыш, матди ярҙам күрһәтеү тәҡдиме менән дә мөрәжәғәт итәләр. 

Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонын ойоштороусы хәйриә фондын булдырыу хаҡында белдерҙеСалауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонын ойоштороусы хәйриә фондын булдырыу хаҡында белдерҙе
Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонын ойоштороусы хәйриә фондын булдырыу хаҡында белдерҙе

«Иң тәүҙә батальон төҙөргә кәрәк. Әммә беҙгә финанс ярҙамын да тәҡдим итә башланылар. Яҡташтарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уяна! Шуға күрә хәйриә фондын булдырыу идеяһы килеп тыуҙы. Тиҙҙән ойошманы теркәү менән шөғөлләнербеҙ тип уйлайым. Йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелә», — тине Артур Йомағужин.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас