Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Октябрь 2022, 12:05

Скверға Салауат Юлаев исеме бирелә

Стәрлетамаҡ ҡала советына элекке  С.Юлаев исемендәге кинотеатр бинаһы янындағы  скверға «Салауат Юлаев скверы»;  Социалистик урамындағы «Сода» Ҡала мәҙәниәт һарайы артындағы скверға «Химиктар скверы» исемен биреү тураһында ҡала етәксеһе Рөстәм Ғәзизовтың үтенесе ебәрелде.

Үрҙә күрһәтелгән сквер атамалары буйынса ҡала халҡының яҙма тәҡдимдәрен белдереү сыҡҡандан һуң ун көн эсендә (4 октябрҙән) мотлаҡ  Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советына (Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Октябрь проспекты, 32, 209-сы бүлмә адресына) ебәрергә кәрәк.

Р.ЗАМАНОВА.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас