

“Кеше һөнәрҙе түгел, ә һөнәр кешене һайлай”, – тип яҙған Сократ. Минең осраҡта ла шулай булды. Филология факультетын тамамлап, бер аҙ мәктәптә балалар уҡытҡас, яҙмыш мине кескәй генә балалар иленә илтте. Был һөнәргә килгәс тә, уның ни ҡәҙәр ҡыҙыҡлы, яуаплы хеҙмәт икәнен асырға тырыштым һәм астым. Сөнки мин үҙе бер әкиәт өлөшөнән торған бала саҡ, кескәйҙәр иленә эләктем. Яҡты, йылы, йыһазландырылған төркөмдә, иртәнән кискә тиклем шау-гөр килеп торған бәләкәстәр, көн эсендә уларҙың йөҙ һорауына яуап табыу, аңлатыу, иртәнге төрлө күнекмәләр, ҡыҙыҡлы уйындар, дәрестәр, физик күнегеүҙәр, әкиәт, йыр-моң иленә сумыуҙар күҙ асып йомған арала үтеп тә китә. Унан тыш, ата-әсәләр менән әңгәмәләшеү, кәңәш биреү үҙе бер ҡыҙыҡлы эш булып тора. Был ваҡытта төрлө проблемаларҙы, тауҙай торған эштәрҙе бергә атҡарып сыҡҡан коллегам, кәңәшсем, пар ҡанатым бар – ул Рәсимә Рәмил ҡыҙы Солтанморатова, уға ҙур рәхмәт яуһын!
Тәрбиәсе һөнәре, ысын мәғәнәһендә, балаларға һөйөү, ихтирам талап итә. Ошондай сифаттарға эйә булған тәрбиәселәр эшләй беҙҙең кескәйҙәр донъяһында. Был “әкиәт иле” ҡалабыҙҙың 55-се балалар баҡсаһында урынлашҡан. Бында иһә, үҙ һөнәрен яратҡандар хеҙмәт итә тип әйтә алам. Сөнки гел үҙ өҫтөндә эшләүҙе, конкурстарҙа, курстарҙа, семинарҙарҙа, төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыуҙы, заманса технологияларҙы өйрәнеүҙе, ғөмүмән, заман менән бергә атлауҙы талап итә торған хеҙмәт икәнен аңлай улар.
Бәләкәстәрҙең үҙ тәрбиәсеһе булған кеүек, беҙҙең дә үҙ тәрбиәсебеҙ, өйрәтеүсебеҙ бар. Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған, бар һорауҙарға яуап биргән кешебеҙ, баҡсабыҙ мөдире – Лилиә Нәркис ҡыҙы Күзбәкова. Уға барыһы өсөн дә мең рәхмәтлебеҙ. Ә инде тәрбиәүи, белем биреү яғынан үҙ оҫталығы менән һәр ваҡыт бүлешкән, төрлө үрҙәргә әйҙәүсе өлкән тәрбиәсебеҙ – Роза Зәфнүн ҡыҙы Батыргарәева. Улар ҡанаты аҫтында беҙ нығынабыҙ, үҫәбеҙ.
Ғөмүмән, тәрбиәсе – ул һәр яҡтан да камил шәхес. Бер үк ваҡытта педагог, табип, артист, рәссам һәм, иң мөһиме, балаларҙы яратыусы, хөрмәт итеүсе кеше ул.
Һәр һөнәрҙең тиерлек үҙ көнө, байрамы бар. 27 сентябрь – тәрбиәселәр, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре көнө булды. Шул айҡанлы мин дә барлыҡ коллегаларымды ошо матур байрам менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, ижади уңыштар, ғаилә именлеге теләйем.
. Гөлнара МӨХӘМӘТШИНА,
55-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.