Бөгөн Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫешкән субъекттарының береһе булып тора. Республикабыҙ үҙен Рәсәйҙә генә түгел, халыҡ-ара кимәлдә перспективалы, алға киткән төбәк булараҡ күрһәтте. Һәм был уңыштар артында бар булмышы менән үҙ ерен яратҡан, талантлы һәм маҡсатҡа ынтылыусан халыҡтың хеҙмәте тора.
Киләсәктә лә беҙҙең республика илебеҙ үҫеше өсөн тос өлөш индерер, күршеләр менән дуҫтарса мөнәсәбәттә йәшәүгә лайыҡлы өлгө булып торор тип ышанам.
Был байрам айҡанлы һәммәгеҙгә лә иң изге теләктәремде еткергем килә: ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, ғаилә именлеге һәм ғәзиз Башҡортостаныбыҙ мәнфәғәте өсөн барлыҡ башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем!
Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.