Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Октябрь 2022, 12:30

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Башҡортостан мобилизацияланғандарға нисек ярҙам итә

Республиканың барлыҡ ҡалалары һәм райондары өлөшләтә мобилизацияға эләккән граждандарға ярҙам итеүгә әүҙем ҡушылды. Төбәк етәкселеге лә, йәмәғәт ойошмалары ла һалдаттарға төрлө йүнәлештәге ярҙам саралары ойоштора.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ.  Башҡортостан мобилизацияланғандарға нисек ярҙам итәҮҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ.  Башҡортостан мобилизацияланғандарға нисек ярҙам итә
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Башҡортостан мобилизацияланғандарға нисек ярҙам итә

Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ирекмәндәр ярҙам күрһәтә

Башҡортостанда республика Башлығының башланғысы менән һәр районда һәм ҡалала Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы булдырылды. Ундағы хеҙмәткәрҙәр махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән һалдаттарҙың һәм мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә социаль, психологик, көнкүрештә кәрәкле һәм башҡа төрлө ярҙам күрһәтә: аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып килеү (мөрәжәғәт итеүсе иҫәбенә һатып алына), йорт һәм хужалыҡ эштәрен башҡарыу. Штабтың телефоны: 8-800-201-89-03, эш ваҡыты – 9.00–18.00 сәғәттәрҙә. Әгәр ирекмән булып, башҡаларға ярҙам итергә теләһәгеҙ ҙә, ошо телефонға шылтырата алаһығыҙ. Шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Һалдатҡа посылка

Оборона министрлығы тарафынан тәьмин ителгән кәрәк-яраҡтан тыш, республика мобилизацияланған ир-егеттәргә уңайлы хеҙмәт итеү өсөн әйберҙәр һатып ала һәм тапшыра. Бөтә район һәм ҡалаларҙа өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылыусыларға посылкалар ҡабул итеү һәм ебәреү пункттары барлыҡҡа килде. Бандероль адресатҡа тотҡарлыҡһыҙ барып етһен өсөн тышына хәрби хеҙмәткә юлланыусының исем-шәрифен, ебәрелеү ваҡытын һәм телефон һандарын яҙығыҙ. Посылканы яҡшы итеп тупларға кәрәк, әммә ябырға ярамай.
Хәрбиҙәргә иң кәрәкле әйберҙәрҙе – йылы кейем, бирсәткә, шапка, йоҡо тоғо, ямғырҙан һаҡлаған япма, фонарь, шәхси гигиена кәрәк-ярағы ебәрергә мөмкин. Дарыуҙар – фабрика ҡабында, аҙыҡ-түлек оҙаҡ һаҡлана торған булырға тейеш. Тиҙ боҙолған ризыҡтар, быяла һауыттағы аҙыҡ-түлек, алкоголь ебәрергә ярамай.
Посылкаларҙы аҙнаһына бер тапҡыр тупланыу урындарына ебәреү ойошторола. Бындай ярҙам сараһы туғандарҙан да, теләге булған кешеләрҙән дә ҡабул ителә. Мәҫәлән, күп кенә мәктәптәрҙә уҡыусылар һалдаттарға ебәреү өсөн һүрәттәр төшөрҙө.
Хәбәр итеүебеҙсә, беҙҙең һалдаттар Пенза, Һарытау, Ҡазан, Елань һәм Вольскиҙағы уҡыу үҙәктәрендә бер ай самаһы булғандан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелә.

Ҡала һәм район башлыҡтары үҙ һалдаттары менән осраша

Үткән аҙнала Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтары менән мобилизация буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡала һәм район хакимиәттәре етәкселәренә хәрби әҙерлек барышында кәм тигәндә ике тапҡыр үҙ төбәгеңдең ир-егеттәре менән осрашыу, уларҙың көнкүреше менән танышыу, ниндәй ярҙам кәрәклеге хаҡында белешеп тороу зарурлығы билдәләнде. Әйткәндәй, күп кенә етәкселәр өҫтән ҡушылғанға тиклем үк яҡташтары янына барып ҡайтҡайны.
Аҙыҡ-түлек, кейемдәр һәм кәрәкле әйберҙәрҙән тыш район башлыҡтары һалдаттарға яҡындарынан һәм туғандарынан күңел йылытырлыҡ хат-сәләмдәр, балаларҙан рәсемдәр, битараф булмаған яҡташтарынан бүләктәр алып бара. Мәҫәлән, Белорет районы башлығы оло йәштәге ирҙең хакимиәткә гитара һәм ҡурай алып килеүе, уларҙы яугирҙәргә тапшырыуҙы һорауы тураһында хәбәр итте.
Белеүебеҙсә, Радий Хәбиров беҙҙең яҡташтар хәрби әҙерлек үткән һәр часҡа йәмәғәт башланғысында үҙ кәңәшсеһен тәғәйенләне. Улар барыһы ла – ойоштороу һәм хәрби әҙерлек тәжрибәһенә эйә кешеләр. Кәңәшселәр аша республика ир-егеттәр менән бәйләнеш тота, көнкүреш һәм башҡа һорауҙарҙы хәл итешеүҙә булыша. Шулай уҡ дислокация урындарына фельдшерҙар ҙа юлланды, сәләмәтлек йәһәтенән һорау тыуһа, уларға мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Өлөшләтә мобилизация буйынса һорау менән ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Башҡортостанда Ситуация үҙәге базаһында мобилизацияға ҡағылышлы һорауҙар буйынса «ҡыҙыу линия» эшләй. Һорауҙарҙы көн һайын 8.00 – 20.00 сәғәттәрҙә, 112 телефоны аша шылтыратып, артабан 1 һанына баҫып, бирергә мөмкин.
Шулай уҡ Башҡортостандың Республи­каға идара итеү үҙәге иң мөһим һорауҙарға яуап табыу мөмкинлеге биргән программаны эшкә ебәрҙе. Бының өсөн телефонда Telegram программаһы булырға тейеш (ул WhatsAppҡа оҡшаған, тик функциялары күберәк). Артабан эҙләү юлында Mobilizacia_Bash_Bot тип йыйығыҙ – меню асыласаҡ. Ошонда үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап таба алаһығыҙ.

 

Ә БЫЛ ВАҠЫТТА
Владимир Путин студенттарҙы хәрби хеҙмәттән кисектереү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙан кисектереүгә ҡағылышлы Указға үҙгәрештәр индерҙе. Төҙәтмәләргә ярашлы, хәрби хеҙмәттән кисектереү:
  аспирант һәм ординаторҙарға;
  инновациялы ғилми-технология үҙәк­тәрендә урта һөнәри һәм юғары белем алыусы граждандарға;
  дини белем биреү ойошмаларын- да уҡыусыларға бирелә.
Указ үҙ көсөнә инде һәм «2022 йылдың 21 сентябренән барлыҡҡа килгән хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә» ҡағыла, йәғни ул Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгән көндән ғәмәлдә.
Быға тиклем Президент Указына ярашлы көндөҙгө һәм көндөҙгө/ситтән тороп уҡыу алымында тәүгә юғары белем алған студенттар һәм колледж уҡыусылары хәрби хеҙмәттән кисектереү менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә булғайны.

 

ӘЙТКӘНДӘЙ
Һалдаттар янына агитбригадалар бара

Республика Башлығы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға тиҙ арала урындағы артистарҙан агитбригадалар ойоштороп, хәрби әҙерлек үҙәктәрендә концерт ҡуйыу бурысын йөкмәтте. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, артистар үҙҙәре ошондай тәҡдим менән сыҡҡан.
– Беҙ мобилизацияланған егеттәр менән һөйләштек. Улар: «Йыр тыңларға ваҡыт табырбыҙ, туған моңдарҙы һағындыҡ», – тине. Ошо айҙа кәм тигәндә икешәр концерт ойошторорға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

 

ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ
«Дәүләт хеҙмәттәре» аша доброволец булып яҙылырға мөмкин

«Дәүләт хеҙмәттәре»ндә добро-волец булып яҙылыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Был алым менән 70 мең самаһы кеше ҡулланып өлгөргән. Бының өсөн «Доброволец булырға» тигән баннерға баҫырға һәм һанлы тауышлы ярҙамсы аша ошо бүлеккә үтергә кәрәк. Шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә өлөшләтә мобилизацияға саҡырыу ҡағиҙәләрен боҙоуға ҡағылышлы ялыу яҙырға мөмкин. Мәҫәлән, кеше кисектереү менән файҙаланыуға хоҡуҡлы булып та, уны хәрби әҙерлеккә саҡырһалар, портал аша мөрәжәғәт итеп була.

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас