Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Октябрь 2022, 10:51

Хәрби әҙерлек үткән ир-егеттәребеҙ алдында Стәрлетамаҡ артистары сығыш яһаны

Мобилизацияланып, Һарытау ҡалаһында хәрби әҙерлек үткән ир-егеттәр алдында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артистары сығыш яһаны. Уларҙы байрам менән ҡотлау өсөн республика министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре лә барҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән делегация ағзалары Ватанды һаҡларға юлланған ҡыйыу яҡташтарына рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.

Хәрби әҙерлек үткән ир-егеттәребеҙ алдында Стәрлетамаҡ артистары сығыш яһаныХәрби әҙерлек үткән ир-егеттәребеҙ алдында Стәрлетамаҡ артистары сығыш яһаны
Хәрби әҙерлек үткән ир-егеттәребеҙ алдында Стәрлетамаҡ артистары сығыш яһаны

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин сығышында: “Башҡортостан һәр ваҡыт батырҙар иле булған, булды һәм буласаҡ. Махсус хәрби операция башланғандан алып беҙҙең егеттәр алғы һыҙыҡта. Беҙ улар менән даими бәйләнештә”, – тип билдәләне.

"Ярҙам итергә әҙер торғанығыҙ өсөн һәр берегеҙгә ҙур рәхмәт! Тыуған ил һеҙгә әсәйҙәребеҙҙең, ҡатындарыбыҙҙың, апай-һеңлеләребеҙҙең, атайҙарыбыҙҙың, балаларыбыҙҙың ғүмерен һаҡлауҙы, хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе ышанып тапшырҙы”, – тине делегация ағзаһы, Башҡортостандың һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Республиканың рәсми вәкилдәре яугирҙәр менән аралашып, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап бирҙе, тыуған ерҙә ҡалған туғандарына ҡағылышлы үтенестәрен тыңланы.

Стәрле артистары "Беҙҙең хәтер йырҙары" тигән концерт программаһын тәҡдим итте. Унда "Шайморатов генерал", русса "Господа офицеры", "Россия" патриотик йырҙары яңғыраны, башҡа вокаль, инструменталь, хореографик әҫәрҙәр башҡарылды.

Бындай ярҙам хәрбиҙәрҙең рухи торошон нығытыуға булышлыҡ итә. Ир-егеттәр хәрби бурысты үтәп, өйҙәренә иҫән-һау ҡайтыр, тип ышанабыҙ.

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас