Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Октябрь 2022, 10:31

Радий Хәбиров «Башнефтегеофизика» коллективын 90 йыллыҡтары менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров беҙҙең республиканың сәнәғәт флагмандарының береһен - «Башнефтегеофизика»ның коллективын ҡотланы.

Радий Хәбиров «Башнефтегеофизика» коллективын 90 йыллыҡтары менән ҡотланыРадий Хәбиров «Башнефтегеофизика» коллективын 90 йыллыҡтары менән ҡотланы
Радий Хәбиров «Башнефтегеофизика» коллективын 90 йыллыҡтары менән ҡотланы

Предприятие тарихы беренсе башҡорт нефте табылған 1932 йылдан башлана. Был Башҡортостандың индустрия үҫешенә башланғыс биргән.

«Үҙ эштәренә тоғро быуын-быуын геофизиктар республикала яңы ятҡылыҡтар эҙләүҙе һәм табыуҙы тәьмин иткән. Улар арҡаһында Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә Башҡортостан “икенсе Баҡы”ға әйләнгән. Һуңғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа предприятие төбәктең нефть-газ тармағын үҫтереүгә ҙур көс һалған, — тип яҙған төбәк етәксеһе. — Бөгөн иһә ете мең кешелек коллективы булған „Башнефтегеофизика“ донъяның нефть һәм газ табыусы эре предприятиеларының ышаныслы партнеры булып тора. Предприятие ҡатмарлы шарттарҙа геофизик тикшеренеүҙәрҙең яңы алымдарын уйлап сығарып һәм эшкә индереп әүҙем үҫешә. „Башнефтегеофизика“ коллективы бар ил буйынса ғәйәт ҡатмарлы проекттарҙы үтәй».

Радий Хәбиров компанияның ветерандарына, етәкселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә ауыр хеҙмәт, оҫталыҡ һәм яуаплылыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм коллективҡа именлек, пландарҙың тормошҡа ашыуын теләне.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас