

«Беҙ Ҡырым халҡынан шундай бүләк алғанға ныҡ ҡыуандыҡ. Мин Ҡырым Республикаһының Дәүләт Йыйылышы рәйесе Владимир Андреевич Константинов менән аралаштым – ярымутрау халҡы 2014 йылдан беҙ күрһәткән төрлө яҡлы йүнәлешле ярҙам өсөн ныҡ рәхмәтле. Ҡырым үҙе Рәсәйҙең көслө төбәгенә әйләнде һәм, үҙ сиратында, Башҡортостанға бүләк яһай. Референдум һөҙөмтәһендә Рәсәй Федерацияһы составына ингән яңы төбәктәр интеграция процесын шулай уҡ тиҙ һәм уңышлы үтер тип ышанам. Бөтә ил быға ярҙам итәсәк», - тип үҙ фекерен белдерҙе Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Ҡырым күстәнәсе Башҡортостандың 28 социаль учреждениеһы – балалар йорттары һәм приюттары тәрбиәләнеүселәренә таратыласаҡ.
Башинформ.