Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Октябрь 2022, 07:03

Башҡортостандың хәрби комиссары төбәк парламенты алдында мобилизация барышы тураһында һөйләйәсәк

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 20 октябрҙә үтәсәк пленар ултырышында Башҡортостандың хәрби комиссары республика биләмәһендә алып барылған өлөшләтә мобилизацияға бәйле мәғлүмәт менән таныштырасаҡ.

Башҡортостандың хәрби комиссары төбәк парламенты алдында мобилизация барышы тураһында һөйләйәсәкБашҡортостандың хәрби комиссары төбәк парламенты алдында мобилизация барышы тураһында һөйләйәсәк
Башҡортостандың хәрби комиссары төбәк парламенты алдында мобилизация барышы тураһында һөйләйәсәк

«Һуңғы өс аҙнала депутаттар граждандарҙан мобилизацияға бәйле күп мөрәжәғәт алды, – тине БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Улар граждандарҙы саҡырыу тәртибенә, хәрби әҙерлеккә, материаль тәьминәткә бәйле. Депутаттар тәүге көндәрҙән үк барлыҡҡа килгән һорауҙарҙы шунда уҡ хәл итер өсөн хәрби частар менән бәйләнешкә инде. Улар бер нисә тапҡыр хәрби уҡыу урындарында булды. Депутаттарҙы Хәрби комиссариатҡа ҡарата һорауҙары ла килеп тыуҙы. Был теманың республика халҡы өсөн бик актуаль икәнен иҫәпкә алып, БР хәрби комиссары Михаил Блажевичты Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында сығыш яһарға саҡырҙыҡ».

Башинформ.

Автор:
Читайте нас