

Егеттәр әйтеүенсә, уларҙың хәле көйлө, бар шарттар тыуҙырылған. Яугирҙәрҙе ҡатындары, ата-әсәләре һәм балалары менән айырылышыу ғана борсой.
«Беҙҙең өсөн ҡайғырмағыҙ, беҙ һеҙҙе ныҡ яратабыҙ, алдағы киләсәктә беҙ һеҙҙең менән осрашырбыҙ. Беҙ еңербеҙ! Улар ҡамауҙа ҡалған тигәнгә ышанмағыҙ. Беҙ – яугирҙәр, ирҙәр эше менән мәшғүл, һуғышабыҙ, атабыҙ. Беҙ бер нимәне лә арттырмайбыҙ, яһап һөйләмәйбеҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа үҙ позицияларҙа торабыҙ һәм үҙ ғаиләләребеҙ өсөн торғаныбыҙҙы аңлайбыҙ. Үлем еткәнсе торасаҡбыҙ», – тигәндәр видеомөрәжәғәттә башҡорт яугирҙәре.
Быға тиклем махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың һалдаттары сәләмен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров еткергән ине.
Башинформ.