Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Октябрь 2022, 07:10

Абруйлы премияның лауреаттары билдәле булды

Радий Хәбиров 2022 йыл өсөн Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияларын тапшырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Абруйлы премияның лауреаттары билдәле булдыАбруйлы премияның лауреаттары билдәле булды
Абруйлы премияның лауреаттары билдәле булды

«ГПА-16Р «Өфө» газ һурҙырыу агрегаты составында АЛ-31СТ двигателенең ышаныслығын һәм эше һөҙөмтәле булыуын тәьмин иткән инновацион сараларҙы булдырыу һәм индереү" эше өсөн Шамил Шәрипов, Евгений Семивеличенко, Евгений Марчуков, Павел Романенков, Дмитрий Лобов премия лауреаттары булды.

Молекуляр-энергетик хирургия һәм күҙ туҡымаларына ультрамиләүшә кросслинкинг өсөн медицина кәрәк-яраҡтары технологияһын булдырған өсөн Мөхәррәм Бикбов, Азат Хәлимов, Эмин Усубов дәүләт премияһын алды.

Дәүләт премияһы шулай уҡ Башҡортостанда төҙөлгән ковид госпиталдәре концепцияһын һәм проектын булдырыусы Андрей Стариковҡа, Марина Петроваға, Марсель Мәсәллимовҡа, Артур Рәхмәтуллинға һәм Азат Рәхмәтуллинға бирелде.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас