

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдереүенсә, ул хәрби әҙерлектең һуңғы аҙнаһын үтә, әле контракты һәм шәхси эше хәрби округ штабында, уларҙы ҡарағандан һәм ҡул ҡуйғандан һуң, юлға сығасаҡ.
– Халҡыбыҙҙың йолаһына ярашлы ҡорбан салып, бергәләп доға уҡып, ҡорбан ашы ашатырға булдыҡ. Шәмбелә, 12.00 сәғәттә, республиканың 16 мәсетендә махсус хәрби операцияла үҙ бурысын үтәгән һәм әле унда йыйынған ир-егеттәребеҙҙең бөтәһе лә иҫән-һау ҡайтһын өсөн аят уҡытырға йыйынабыҙ. Мәсеттәрҙе әле унда булған һәм ошо арала юлға сығасаҡ яҡындарыбыҙҙың тыуған ауылдарынан һайланыҡ.
Исемлектәге мәсеттәрҙә һәр кеше имамға барып, әле көнбайыш сиктә илебеҙҙең мәнфәғәтен яҡлаған улдарының, туғандарының, ирҙәренең һәм яҡындарының исемен яҙып ҡалдыра ала, уларҙың һәр береһенә доға уҡыласаҡ.
Һәр мәсеттәге сара мөмкинлектән сығып ойошторола. Мәҫәлән, Өфөлә бөтәһенә лә былау ашатабыҙ, ҡорбан ите таратабыҙ һәм аят уҡыйбыҙ, ҡайһы бер урындарҙа ит таратып, доға ҡыласаҡбыҙ. Битараф булмағандарҙы һәм мобилизацияланған ир-егеттәрҙең туғандарын саҡырабыҙ.
Ихлас доғаларҙың һәр саҡ ҡабул булырына һәм ыңғай энергия һәр саҡ маҡсатына өлгәшәсәгенә ышанам. Православие динендәге дуҫтарыбыҙҙың, православие диненә ярашлы, бөтә егеттәр өсөн доға ҡылыуын һорайым. Ә беҙ бөтәһе өсөн дә ҡорбан салабыҙ һәм доғаларҙа иҫкә алабыҙ, ниндәй диндә һәм милләт вәкиле булыуына ҡарамаҫтан. Шуға ла кемдер беҙҙең өсөн шәм ҡуйһа, уларға ла рәхмәт әйтербеҙ. Берҙәм булайыҡ!
Ҡорбан салынасаҡ мәсеттәр исемлеге:
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Азат Бадранов (vk.com)
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-10-19/azat-badranov-orban-saldyra-2995554?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500