

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең “Ашҡа-ҙар” башҡорт фольклор төркөмө ҡалабыҙ халҡына ғына түгел, Рәсәй мөхиттәрендә лә киң билдәле. Төркөмдө һәләтле, юғары кимәлдә һөнәри, ижади, зауыҡлы артистарыбыҙ тәшкил итә. Тауыштары иркен, киң диапазонлы, репертуарға бай артистарыбыҙ беҙҙе айырым номерҙар менән генә ҡыуандырып ҡалмай. Уларҙың һәр сығышы театрлаштырылған, ниндәйҙер ваҡиғаға бағышланған була. Ә был вокал оҫталығынан башҡа театр артистарына хас оҫталыҡ та талап итә (монолог, диалог, йәғни һүҙ менән аралашыу), сәхнә хәрәкәтенә эйә булыу (үҙ-үҙеңде сәхнәлә тота белеү генә етмәй, халыҡҡа нимә әйтергә теләүеңде хәрәкәт аша уға еткереү мөһим). Һәр яҡтан төҙөк сценарий, йөкмәткеле, костюмдар биҙәлеше, сәхнәне яҡтыртыу концерттың баһаһын арттырып ебәрә. Бейеү театры ихлас күңелдән ҡатнашып, тағы ла беҙҙе ҡыуандырҙы. Был хатымда артистарҙың барыһына ла, береһен дә айырмайынса, ҙур рәхмәтемде белдерәм. Һәр береһенең сығышы һоҡланғыс булды.
Әммә, милләттәштәрем, концерт барышында тыуған уйҙарым һеҙгә барып текәлә. Ни өсөн? Сөнки ил алдында торған ҡурҡыныс хәл-ваҡиғалар барышында, юғары патриотизмға һуғарылған ошондай бай йөкмәткеле тамашала бары утыҙ ике генә кеше бар ине. Эйе, йыбанманым, бармаҡлап залдағы кешеләрҙе һанап сыҡтым.
Үҙемсә, күңелемдән иң тәүҙә килмәй ҡалғандарҙы аҡлап, төрлө сәбәптәр эҙләнем. Ауырып киткәндәрҙер тигән уй иң беренсе килде. Эйе, тап шулайҙыр: көҙ, вирустар, ковид... Икенсе уй моғайын, эштән һуң арығандарҙыр, тинем. Өсөнсө уй – ваҡыттары юҡтыр, дүртенсе уй – бәләкәй бала менән та-маша ҡарау уңайһыҙ, бишенсе уй – бөгөн кәйефтәре булмағандыр, алтынсы уй –бәлки, аҡсалары етмәгәндер... Ошолай итеп, ҡәҙерле милләттәштәрем, һеҙҙең менән өнһөҙ һөйләшеү алып барҙым. Унан һуң, килергә теләп тә, тамашаға килә алмағандар өсөн ҡайғырҙым. Һеҙҙе күҙ алдына килтереп, һеҙҙең өсөн үкенеү кисерҙем: ниндәй матурлыҡтан мәхрүм булдылар, тип. Мин, әлбиттә, аңлайым, ҡайһы бер кеше, ғөмүмән сәнғәттән йыраҡ, йә тамаша яратмай, йә халыҡ күп ерҙә йөрөүҙе өнәмәй. Ни эшләйһең, донъя төрлөлөктән матур. Беҙҙең ҡыуанысҡа, ундайҙар һирәк. Мин күпселек хаҡында һүҙ йөрөтәм.
Театр ауыр заманда асылды, уны асыр өсөн төрлө ҡатламда ҙур көс талап ителде. 1980 йылдар уртаһында тыуған идеяны тормошҡа ашырыр өсөн күпме кеше йәлеп ителде. Күмәкләп еңеп сыҡтыҡ. Хәҙер килеп, тамашасыһыҙ ҡалған театрыбыҙҙы ябып ҡуябыҙмы? Ошомо беҙҙең булмышыбыҙ? Ошомо беҙҙең “мин башҡорт” тип күкрәк ҡағыуыбыҙ? Ошомо беҙҙең майҙанға сығып көс алышыуыбыҙ? Көндәлек тормошта мәҙәниәтебеҙҙе һаҡламаһаҡ, яҡламаһаҡ, беҙ башҡорттан ни ҡала? Беҙ башҡорттан көл ҡала. “Булыр илдең балаһы бер-беренә батыр, тир. Бөлөр илдең балаһы бер-беренә бахыр, тир”, тигән боронғо башҡорттар. Көндәлек тормошта ябай ғына бер аҙымдан (был осраҡта тамашаға килеүҙе күҙ алдында тотам) фекер иреклеге менән күңел иреклеге һаҡлана. Башҡорт халҡы иҫ китмәле рухи байлыҡҡа, рухи хазинаға эйә. Быны мин этнопедагог булараҡ фәнни тикшереүҙәр аша инандым. Милләттәштәрем, беҙҙең бурыс шуны түкмәй-сәсмәй балаларыбыҙға тапшырыу. Уға ҙур тырышлыҡ, күп көс талап ителмәй. Театр күрһәткән тамашаға ирҙәрегеҙ, ҡатындарығыҙ, балаларығыҙ менән әҙер рухи аҙыҡтан ауыҙ итергә килеү генә мотлаҡ. Беҙҙең өсөн сценарий авторы, режиссер һәр яҡтан уйлаған, тамашаны алып барыусы, сығыш яһаусы артистар, тауыш режиссеры тырышҡан, әҙерләгән, күрһәтә. Уңайлы йомшаҡ ултырғыстарҙа ял итергә генә ҡала. 200 һумға бер юлы кәйеф тә күтәрелә, балалар ҙа тәрбиәләнә.
Залдың буш булыу сәбәптәренә ҡайтып, тағы шуны әйткем килә. Театр яғынан тамашасыларҙы өгөтләү етмәй. Театр хеҙмәткәрҙәре, һеҙ ҙә минең милләттәштәрем. Элекке һымаҡ уҡыу йорттарынан башҡорт балалары, ойошмаларҙан, заводтарҙан профсоюз ойошмалары менән эш ителһә, зал тулы булыр ине. Миҫал өсөн, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы менән театр килешеү төҙөгән (театрҙың стенаһында бик матур фотоһүрәттәр ҡуйылған), әммә шул көндә залда бер студент та, минән башҡа бер уҡытыусы ла булманы.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, артистар, Кремлдең концерт залында аншлаг менән сығыш яһаған кеүек, йәне, тәне менән бирелеп, беҙҙе һауаға күтәреп ебәрҙеләр. Был уларҙың үҙ һөнәрҙәренә тоғро булыуы, көслө шәхес икәндәрен тағы ла бер иҫбатлай!
Йәнә, артистар ҙа, минең уйымса, был юҫыҡта эшләмәгән. Һәр артистың үҙ тамашасыһы бар. Шәхсән тәҡдимдәр уны әүҙемләтер ине тигән уйҙамын. Тағы бер нәмәгә иғтибар иттерергә теләйем. Театрҙың фойеһында тамаша булған көндәрҙә сәскәләр һатыу ойоштороп булмаҫмы икән? Ваҡыттың тиҙ аҡҡан заманы. Гөлләмәләр алып өлгөрөп булмай, юл ыңғайында киоскылар тура килмәй.
Үткән йылдарҙа театрға килеп инеү менән администрация хеҙмәткәрҙәре тамашасыларҙы ололап ҡаршы ала торғайнылар. Яҡты йөҙ, йылы һүҙ халыҡты йәлеп итә. Психфактор. Ошондай ваҡ, күҙгә күренеп бармаған ептәр бәйләй тамашасы күңелен театр менән.
Милләттәштәрем, халыҡтың киләсәк яҙмышы беҙҙең ҡулда. «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор ансамбле – Стәрлетемаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең сағыу йондоҙо. Ул телде һаҡлауҙа, илде яҡлауҙа, халҡыбыҙҙың аҫыл ҡомартҡыһы аша күңел көрлөгөн үҫтереүҙә, стрестан, депрессиянан аралауҙа ҡанһыҙ, иң арзан, әммә иң көслө, иң һөҙөмтәле сара. Инҡар итмәйек.
Вилә БАЙМЫРҘИНА,
педагогия фәндәре докторы, профессор.