Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Октябрь 2022, 06:38

Республика оператив штаб булдырылды

РФ Президенты Владимир Путиндың указын тормошҡа ашырыу йәһәтенән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика оператив штабын булдырҙы.

Республика оператив штаб булдырылдыРеспублика оператив штаб булдырылды
Республика оператив штаб булдырылды

Радий Хәбиров үҙе етәкләйәсәк структураға министрлыҡтар һәм ведомстволар, оператив хеҙмәттәр, көс структуралары, төбәк ойошмалары етәкселәре инде.

Оперштаб етәксеһе республика халҡын һәм биләмәһен ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау, РФ Ҡораллы көстәренең һәм башҡа ғәскәрҙәрҙең, хәрби соединениеларҙың һәм халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү сараларын ойоштора аласаҡ.

Бынан тыш, указ йәмәғәт тәртибен тәьмин итеүҙә өҫтәлмә саралар ҡулланырға, инфраструктура объекттарының, шул иҫәптән транспорт, элемтә, энергетика өлкәһенең эшендә айырым режим булдырыу мөмкинлеген бирә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас