Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Октябрь 2022, 06:46

Ир-егеттәребеҙҙең именлеге өсөн ҡорбан салынды

Башҡортостан мәсеттәрендә Украиналағы махсус операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең именлеге өсөн ҡорбан салынды, ҡөръән аяттары уҡылып, доғалар ҡылынды. Сара хәрби операцияға юлланыусы республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов башланғысы менән ойошторолдо.

Ир-егеттәребеҙҙең именлеге өсөн ҡорбан салындыИр-егеттәребеҙҙең именлеге өсөн ҡорбан салынды
Ир-егеттәребеҙҙең именлеге өсөн ҡорбан салынды

Изге ниәттәр, изге теләктәр. Ҡорбан аятына йыйылған йәмәғәтселектең доғалары һәм ниәттәре уртаҡ. Улар махсус хәрби операцияға юлланған егеттәрҙең иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләп намаҙ уҡыны.

Ҡорбан салып аят уҡытыу мосолмандарҙың быуаттар төпкөлөнән килгән күркәм йолаларының береһе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәрҙең именлеге өсөн ҡорбан салыуҙы Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов ойошторҙо. Үҙ теләге менән хәрби операцияға юлланған етәксе хәрби әҙерлектең һуңғы аҙнаһын үтеп, алдағы көндәрҙә махсус операция барған биләмәгә юллана.

Ихлас доғаларға төрлө милләт вәкилдәре ҡушылды. Ҡорбан аятын уҡыусылар былау ашап, мохтаждарға ризыҡ таратты. Мәсеттә һалдаттарҙың шәхсән исемлеге төҙөлөп һәр кемгә доғалар уҡылды.

Ҡорбан аятына республиканың район-ҡалалаларындағы мәсеттәре дәррәү ҡушылды. Архангел, Бишбүләк, Дүртөйлө, Учалы, Бәләбәй, Борай райондарында барлығы 16 мәсеттә ҡорбан салынды.

Иман йорттарындағы сара мөмкинлектәргә ҡарап үткәрелде, сөнки мәжлес изге ниәттәр менән уртаҡлашыу, илһөйәр егеттәр өсөн доғалар уҡыу маҡсатында ойошторолдо. Яҡын кешеләреңдең, үҙ халҡыңдың доғалары һалдаттарға рухи көс һәм хәрби дәрт биреп, иҫән-һау йөрөп ҡайтырға этәргес буласаҡ тигән өмөт тыуа.

Баш ньюс.

Автор:
Читайте нас