Ашҡаҙар
+7 °С
Облачно
Йәмғиәт
24 Октября 2022, 07:01

Стәрлетамаҡта дүрт көнгә электр энергияһы һүндереләсәк

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән әйтеүҙәренсә, бында ҡайһы бер урамдарҙа ремонт эштәре булғас алдағы дүрт көндә электр энергияһы һүндереләсәк.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Стәрлетамаҡта дүрт көнгә электр энергияһы һүндереләсәкСтәрлетамаҡта дүрт көнгә электр энергияһы һүндереләсәк
Стәрлетамаҡта дүрт көнгә электр энергияһы һүндереләсәк

24-25 октябрҙә 8:30 - 17:00 сәғәттә электр тапшырыу линияһына капиталь ремонт үткәрелгәс, Карл Маркс, Баҡса, Пушкин, Халтурин урамдарындағы йорттар, катод станцияһы менән магазинға электр бирелмәйәсәк.

26 октябрҙә 8:30 - 16:00 сәғәттә «Локомотив» баҡсасылыҡ ширҡәтендә электр бағанаһын алмаштырасаҡтар. Баҡса ҡаласығы менән бергә Раевка, Ҡулсалы урамдарында һәм 1-се Раевка тыҡрығындағы йорттар электрһыҙ буласаҡ.

27 - 28 октябрҙә Нефть университетында һәм дөйөм ятағы ла электр энергияһы бирелмәйәсәк. Был мәлдә иҫәпләүсе приборҙарҙы һәм ток трансформаторын алмаштырасаҡтар.  

Электр энергияһы һүндереләсәк адрестар менән ошонда танышығыҙ.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас