Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Ноябрь 2022, 09:43

БСК һәм йәштәр йорто

Радий Хәбиров “Тура линия” ваҡытында Стәрлетамаҡҡа ҡағылышлы һорауҙарға ла яуап бирҙе. Дөйөм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе, социаль мәсьәләләр рәтендә иҡтисад һәм йәштәр сәйәсәтенә бәйле ике һорауға туҡталып үтмәксебеҙ.

БСК һәм йәштәр йортоБСК һәм йәштәр йорто
БСК һәм йәштәр йорто

Мәҫәлән, Башҡорт сода компанияһына бәйле һорауға төбәк етәксеһе: “БСК-ның акциялар пакеты Башҡортостандыҡы һәм Рәсәй Федерацияһыныҡы. Компания яҡшы күрһәткестәргә эйә һәм быйылғы йыл өсөн дивиденттар, бағыусылыҡ ярҙамы алды ла инде. Ҡуштау тураһында мәсьәлә ябыҡ, башҡа сеймал сығанаҡтары билдәләнде”, – тине.

Республика етәксеһенә Стәрлетамаҡҡа бәйле йәштәр хаҡындағы һорау ҙа булды. Атап әйткәндә, йәшлек йортон булдырыу һәм уның атамаһы менән ҡыҙыҡһынды һорау биреүсе.
“Стәрлетамаҡта, Учалыла һәм Нефтекамала “Йәшлек House” була”, – тине Радий Фәрит улы.

Был, әлбиттә, ҡалабыҙҙа йәштәрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү буйынса ҙур аҙым буласаҡ. Үҙәктә төрлө өлкәлә эшләүсе, шөғөлләнеүсе йәштәр бергә йыйылып, фекер алышасаҡ, тәжрибә уртаҡлашасаҡ, яңы идеялар булдырасаҡ. Шул уҡ ваҡытта патриотик тәрбиәгә мохтажлыҡ артҡанда ла бындай берләшеү урындары файҙаға.

Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы:

– Башҡортостан Башлығы менән тура эфирҙа һөйләшеү һәр ваҡыттағыса йөкмәткеле булды, Радий Фәрит улы төрлө өлкәгә ҡағылышлы республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан килгән һорауҙарға асыҡтан-асыҡ яуап бирҙе, шуныһы ҡиммәт.
Ҡалабыҙға ҡағылышлы һорауҙарға килгәндә, башлыса төҙөкләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре күтәрелде. Һәр һорау ҙа шәхси контролдә һәм хәл ителәсәк!


Рәмил МАНСУРОВ.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас