Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Ноябрь 2022, 06:47

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандары «Ғаилә» үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала

Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндән һуң Башҡортостандың «Ғаилә» үҙәктәренә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 800-ҙән ашыу туғаны мөрәжәғәт иткән, тип белдерҙеләр Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.  

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандары «Ғаилә» үҙәктәренә мөрәжәғәт итә алаМахсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандары «Ғаилә» үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандары «Ғаилә» үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала

Ошо үҙәктәрҙең белгестәре төрлө ярҙам сараларын күрһәтеү мәсьәләләре буйынса 900-ҙән ашыу консультация үткәргән, 86 хәрби хеҙмәткәрҙең ғаилә ағзаһына психологик ярҙам күрһәтелгән.

«Меңдән ашыу кешегә аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, балалар өсөн гигиена әйберҙәре менән ярҙам иттеләр. Белгестәр бөтәһе 839 ғаиләгә барҙы, — тинеләр Хеҙмәт министрлығында.  — Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларының 131-е өйҙә хеҙмәтләндерелә башланы. Уларҙың 118-е — оло йәштәгеләр, һигеҙ инвалид, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән биш ғаилә».

Башҡортостандың «Ғаилә» үҙәктәренең берҙәм телефоны: 8-800-347-5000.

Тулыраҡ мәғлүмәтте республиканың Ғаилә порталынан алырға мөмкин.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас