

Илмир Нәбиев Башҡортостанда тыуған. 2011 йылда Рәсәй Хөкүмәтенең сәнәғәт һәм инфраструктура департаментында эшләй башлаған. 2021 йылда Рәсәй хөкүмәтенең энергетика департаменты директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән.
Михаил Мишустиндың икенсе бойороғо менән сәнәғәт департаменты директоры вазифаһын биләгән Кирилл Лысогорский хәҙер — сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары.