Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2022, 07:24

Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдинға Өфө районының почетлы гражданы исеме бирелде

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдинға Өфө районының почетлы гражданы тигән абруйлы исем бирелде. Был хаҡта Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә хәбәр итте.

Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдинға Өфө районының почетлы гражданы исеме бирелдеМосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдинға Өфө районының почетлы гражданы исеме бирелде
Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдинға Өфө районының почетлы гражданы исеме бирелде

«Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан, Советтың сираттағы ултырышында Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдинға Өфө районының почетлы гражданы исеме бирелде», — тип яҙҙы Вилорий Угаров.

Октябрҙә Өфө һәм Башҡортостан митрополиты Никон Өфө районының почетлы гражданы исемен алғайны. Дин әһеленә таныҡлыҡты район советы рәйесе Владимир Аристархов тапшырҙы, тип хәбәр итте «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас