

Ошондай күңелһеҙ осраҡтарҙың береһе күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 1-се балалар баҡсаһында булған һәм видеояҙмаға эләккән. Ваҡиға сабыйҙарҙың йоҡларға ятҡан сағына тура килгән. Йәш тәрбиәсе төшкө йоҡо ваҡытында ни сәбәптәндер йоҡламай ятҡан бала янына килә һәм кәмендә дүрт тапҡыр уға һуға. Ҡыҙыҡайға: “Кәрәген алдыңмы?” тип әйтә һәм юрғанын ябып ҡуя. Бала шунда уҡ тыма.
Был яҙманы күргән прокуратура хеҙмәттәре хәлде тикшерә башлаған.
“Стәрлетамаҡ прокуратураһы тикшереү эше башланы. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, тәрбиәсе кескәйҙәр төркөмөндәге дүрт йәшлек ҡыҙыҡайға бер нисә тапҡыр һуға. Прокуратура ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай, күҙәтеү саралары барышында мәктәпкәсә учреждениеның вазифалы кешеләренең эшмәкәрлегенә баһа бирәсәк, шул иҫәптән енәйәт-хоҡуҡи яҡтан да”, – тип хәбәр иттеләр күҙәтеү ведомствоһынан.
Нигеҙ булған осраҡта, прокурор тарафынан саралар күреү тураһында мәсьәлә хәл ителәсәк.
“Моя Уфа” порталы хәбәр итеүенсә, тәрбиәсе белдереүенсә, ул хеҙмәттәше менән әрләшкән һәм шуға күрә асыуын балала сығарған. Был саҡта хеҙмәттәштәре уны камераға төшөргән һәм етәкселеккә күрһәткән.
Видео: Телеграм.
https://bashgazet.ru