Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Ноябрь 2022, 04:00

Изге йомала изге теләктәр!

Бындай һынаулы осорҙа һәммәбеҙҙең рухы ныҡ, күңеле саф булыуы мөһим. Әлеге мәлдә яу яланында йөрөгән, хәрби уҡыуҙар үткән егеттәребеҙ беҙҙең ниндәй ҙә булһа матди ярҙамыбыҙға ғына түгел, ә доғаларыбыҙға ла мохтаж.

Изге йомала изге теләктәр!Изге йомала изге теләктәр!
Изге йомала изге теләктәр!

28 октябрҙә Стәрлетамаҡ районы Кантюковка ауылының “Суфия” мәсетендә махсус хәрби операцияла бурысын үтәгән ир-егеттәрҙең һаулығы һәм именлеге өсөн күмәкләп доға ҡылыу ойошторолдо.
Уландар, атайҙар, ағайҙар, ҡустылар имен-һау әйләнеп ҡайтһын тип, хәйер-саҙаҡалар таратылды, теләктәр теләнде.
Ихлас уҡыған доғалар ҡабул булһын! Ир-егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын, Алла бирһә!


Илүзә ҠАРАҒОЛОВА-НОҒОМАНОВА.
Стәрлетамаҡ районы. Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас