Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Ноябрь 2022, 04:15

Маҡсатыбыҙ – көслө, азат Рәсәйҙә йәшәү

Хөрмәтле ҡала халҡы! Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ! Был байрам милли берләшеү символы булып тора. Тарихтың мөһим мәлдәрендә фәҡәт халыҡтар берҙәмлеге илебеҙҙе уңыштарға илтте.

Бынан дүрт йөҙ йылдан ашыу элекке һымаҡ, бөгөн дә илебеҙҙең барлыҡ граждандарының ниндәй милләттән булыуына, ҡайһы динде тотоуына, ғөрөф-ғәҙәттәренең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, берҙәмлек, тыныслыҡ һәм теләктәшлек Рәсәйҙең һәм уның төбәктәренең уңышлы үҫешеүендә, сәскә атыуында төп шарттар һәм нигеҙ булып тора.

 Беҙҙең һәммәбеҙ өсөн дә Ватаныбыҙ берәү генә һәм беҙ уның данлы үткәне менән ғорурланабыҙ, уның тотороҡло бөгөнгөһөнә һәм лайыҡлы киләсәгенә яуаплыбыҙ. Беҙҙең уртаҡ маҡсатыбыҙ – көслө, азат Рәсәйҙә йәшәү.

Хөрмәтле ҡала халҡы, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, имен, мул тормош, барлыҡ башланғыстарығыҙҙа яңы ҡаҙаныштар теләйем! Байрам менән!

Ихтирам менән,

 Рөстәм Ғәзизов,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Маҡсатыбыҙ – көслө, азат Рәсәйҙә йәшәү
Маҡсатыбыҙ – көслө, азат Рәсәйҙә йәшәү
Автор:Роза Сафина
Читайте нас