

Һанға түгел, ә хәрбиҙәрҙе әҙерләү сифатына баҫым яһарға кәрәк, тип билдәләнә.
Федерация Советының конституция ҡануниәте буйынса комитеты етәксеһе Андрей Клишас һүҙҙәренсә, хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтыу Рәсәй армияһының һуғышҡа һәләтлелеген арттырмай.
Дәүләт Думаһының оборона буйынса комитеты рәйесе Андрей Картаполов та шундай фекерҙә:
«Бөгөнгә армияла ике йыл хеҙмәт итеүҙең кәрәге юҡ. Федерация Советында ла бындай идеялар бар икән, был уларҙың хоҡуғы. Беҙ ундай закон сығарыу башланғыстарын ҡарамайбыҙ һәм әлеге көндә ундай ихтыяж юҡ тип иҫәпләйбеҙ».
Башинформ.