Альбина Килдеғолова етәкселегендәге Башҡорт күргәҙмә компанияһы ла форумды асыуҙа ҡатнашты. Шулай уҡ күргәҙмәлә үҙҙәренең инновацион продукцияларын Биомир XXI, БлагодарФонд, Исток Аудио Трейдинг, Катэрвил, МИКИРАД, Неврокор, Хабилект һәм башҡа компаниялар күрһәтте. Бер һүҙ менән әйткәндә, 12 төбәктән 50 предприятие реабилитация һәм абилитация маҡсатында етештәргән әйберҙәрен күргәҙмәгә сығарҙы . Бынан тыш Башҡортостан Республикаһының 20 коммерция булмаған ойошмаһы үҙҙәренең экспозицияларын тәҡдим итте.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото: Башҡорт күргәҙмә компанияһы сайтынан алынды.