Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Ноябрь 2022, 07:40

Ҡайтырһығыҙ тыуған яҡтарға…

Беҙ үҫкәндә ағайҙарҙы, егеттәрҙе «Күбәләк гөлдәргә ҡунһа,гөлдәр тибрәлә микән?» тип йырлап армияға оҙата инек. Бөгөн иһә йырҙар ҙа, оҙатыуҙар ҙа башҡасараҡ…

    Атә-әсәләр, йәш ҡатындар, ҡыҙҙар хәрби хеҙмәткә китеүсе егеттәрҙе оҙатҡанда күҙ йәштәрен йәшерергә тырышты, барыһы ла яҡындарының тыныс хеҙмәт итеүҙәрен теләп ҡалдылар. Ысынлап та, әле махсус хәрби операция барған ваҡытта  уларҙың боросолоуы аңлашыла. Тик Оборона министры Сергей Шойгу, Рәсәй Президенты Владимир Путин белдереүенсә, бөгөн саҡырылыусы егеттәр махсус хәрби операцияға алынмаясаҡ.  Был хаҡта ҡалабыҙҙың хәрби комиссары Рөстәм Кантимеров та белдерҙе.  Әле хәрби хеҙмәткә алыныусы ике тиҫтәнән ашыу  егеттең юл кәрәк-яраҡтарын тикшереп сыҡҡас, ҡулдарына  хәрби билет тотторҙолар.   Рәсәй Ҡораллы көстәре ҡарамағына алынған был егеттәр республиканың саҡырыу пунктына юлландылар. …Уларҙың  хеҙмәттәре тулыу менән  тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп оҙатып ҡалдыҡ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Ҡайтырһығыҙ тыуған яҡтарға…
Ҡайтырһығыҙ тыуған яҡтарға…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас