Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Ноябрь 2022, 11:30

КҮРШЕ-КҮЛӘН ЙЫЙЫЛЫШЫРҒА ЯҠШЫ СӘБӘП БАР!

Стәрлетамаҡта Ихата байрамдары үтә  Быйыл Стәрлетамаҡта подъездарҙы комплекслы ремонтлау республика программаһы буйынса 36 күп фатирлы йортта 127 подъезға ремонт яһалған. Үткән йыл менән сағыштырып ҡараһаҡ – былтыр бер генә подъезд да ремонтланмаған. Әлеге ваҡытта 127 подъезда ла ремонт эштәре тамамланған. Ошо программа сиктәрендә ҡалала Ихата байрамдары уҙғарылып тора. Башҡарылған эштәргә йорттарҙа йәшәүселәр шулай йомғаҡ яһай.

Үткән шәмбе, мәҫәлән, Иҫке ҡала биҫтәһенең Тыныслыҡ урамы 59-сы йорт яны биләмәһендә, Ихата фестивале сиктәрендә, “Башҡорт ихаталары”ның сираттағы байрамы гөрләп үтте. Быға Тыныслыҡ урамы 59-сы йорт “Башҡорт ихаталары” программаһында ҡатнашыуы сәбәпсе булды. Ысынлап та, күршекүлән йыйылышып байрам итергә яҡшы сәбәп бар. Бында хәҙер йорт алды танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе: ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ишек алдына асфальт түшәлде, яңы эскәмйәләр ҡуйылды, тренажёрҙар һәм уйын комплексы менән йыһазландырылған бынамын тигән спорт майҙансығы барлыҡҡа килде. Хәҙер был йорттарҙа йәшәүселәр балаларға уйнарға бәүелсәктәр, тренажёрҙар, турникта күтәрелеү, һикереү өсөн келәмдәр түшәлгән, карусель һәм башҡа ҡоролмалар менән йыһазландырылған һәм хатта шәхси автотранспорт өсөн билдәләр ҡуйылған спорт майҙансығы менән ҡуллана ала.

 Бай программалы Ихата байрамында төрлө тематик майҙансыҡтар эшләне. Ҡыш килеүен хәбәр иткән көҙгө әсе ел битҡулдарҙы семетеүгә ҡарамаҫтан, халыҡ таралышырға ашыҡманы. Киреһенсә, кемуҙарҙан йырлап-бейеп, төрлө уйындар уйнап күңел астылар. Сараны алып барыусының өндәшеүе булды – бала-саға дәртле музыка ыңғайына бейергә төшөп тә китте. Бында шулай уҡ ҡаланың Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы китап күргәҙмәһе лә ойошторғайны. Китапханалар системаһы менән берлектә “Китапты уҡы ла – башҡаларға бир” лозунгыһы аҫтында букроссинг (китап алышып уҡыу) ойошторолдо. Ихата байрамында шулай уҡ 3-сө балалар музыка мәктәбе сығышы, спорт ярыштары, төрлө тәмлекәстәр менән һыйланып сәй эсеүҙәр – былар барыһы ла күңелдәргә хуш килде. Теләгән һәр кемгә скандинавса йөрөү төркөмөнә ҡушылырға була ине. Бына шундай мөмкинлектәр асылды Ихата байрамында.

Йәнә бер Ихата байрамы йома көндө Суханов урамының 24-се йорто алдында үтте. Байрам сараһы подъездарға ремонт яһағандан һуң уҙғарылды. Фестивалдә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов менән Стәрлетамаҡ ҡала Советы депутаты Ратмир Фәхриев та ҡатнашты. Улар подъездарҙы ҡарап, баһалап сыҡты. Подъездар ялт итеп тора: стеналар буялған, почта йәшниктәре алыштырылған, яндауырҙар яңыртылған. Сым үткәргестәр махсус ҡаптарға йыйып ҡуйылған. Хатта подъездарҙа гөлдәр сәскә атып ултыра!

 Әйткәндәй, ремонт эштәрен “УралСтройГрупп” йәмғиәте подрядсы ойошмаһы подъездарҙы комплекслы ремонтлау республика программаһы сиктәрендә бик матур итеп башҡарған. Ирек Айрат улы бында йәшәүселәргә хәҙер ошо матурлыҡтың ҡәҙерен белеү һәм һаҡсыл ҡараш ҡына кәрәк, тигән теләктәрен әйтте. Сараны ойоштороусы ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса бүлеге был байрам уңайынан ижади коллективтар һәм бихисап тематик майҙансыҡтар ҡатнашлығында бик шәп концерт программаһы ла әҙерләгән. Республика сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенты Айҙар Рәхимовтың матур тауышы ВТС биҫтәһен йәнләндереп ебәрҙе.

 “Ватан” хәрби-патриотик берләшмәһе тәрбиәләнеүселәренең ҡоралҡорамалдар күргәҙмәһе, ҡул һуғышы күнекмәләрен күрһәтеү хәҙер матур традицияға әйләнде. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре, спорт уйындары һәм аниматорҙар ҡатнашлығында программа уҙғарылды. “Йәш гвардия” ирекмәндәре фестиваль ҡунаҡтарын ҡайнар сәй һәм тәмлекәстәр менән һыйланы.

 Бына шундай йылы осрашыуҙар халыҡты берләштерә, күңелдәргә дәрт өҫтәй. Инде донъялар ғына имен булһын! Ә һуғыш ҡоралдары күргәҙмәләре оҫталыҡ дәрестәре уйын ғына булып ҡалһын! Үҙең торған йорт, үҙең йөрөгән ихатала күршеләр менән дуҫтатыу йәшәүгә ни етә – бына шундай мәғәнә һалынған был сараларға. “Күрше хаҡы – тәңре хаҡы” тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит.

 Роза САФИНА.

Автор фотолары һәм ҡала хакимиәте сығанаҡтарынан.

КҮРШЕ-КҮЛӘН ЙЫЙЫЛЫШЫРҒА ЯҠШЫ СӘБӘП БАР!
КҮРШЕ-КҮЛӘН ЙЫЙЫЛЫШЫРҒА ЯҠШЫ СӘБӘП БАР!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас