Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Ноябрь 2022, 08:15

ЩЕРБАКОВ УРАМЫНДА “ГАЗ ШАРТЛАНЫ”

Күнекмәләр генә булып ҡалһын ...“Щербаков урамында урынлашҡан 13-сө йортта газ шартланы. Тиҙерәк килеп етегеҙ!” Бер-бер артлы “Ашығыс ярҙам”, янғын һүндереүселәр, полиция, газ һәм башҡа хәүефһеҙлек хеҙмәте вәкилдәре урынға елдерә! Махсус автомобилдәр ҡысҡырта, йүгерешәләр, кешеләрҙе эвакуациялау бара. Был күренештә шуныһы тынысландыра – ул махсус уҡыу күнекмәләре...

Ғөмүмән, Граждандар оборонаһы айлығы сиктәрендә “Газпром Өфө газ бүлеү” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Стәрлетамаҡтағы филиалы газ бүлеү селтәре буйынса авария эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса уҡыу күнекмәһе ойошторҙо.
 “Ғәҙәттән тыш хәл” урынына янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар, полиция, ашығыс ярҙам хеҙмәттәре, торлаҡ-коммуналь хужалығы вәкилдәре килде. Авария-диспетчер хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре йорт эсендәге газ торбаларының төҙөклөгөн тикшерҙе.

– Бригадалар, планға ярашлы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса бергәләп, төрлө ведомстволар хеҙмәттәренең аварияларҙы туҡтатыу һәм бөтөрөүҙә үҙ-ара йоғонтоһо буйынса күнекмәләр үткәрҙек, – тигән фекерҙәрен еткерҙе сара буйынса “Газпром Өфө газ бүлеү” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Стәрлетамаҡтағы филиалы граждандар оборонаһы белгесе Руслан Сурбаев.

Бөгөнгө хәүефле заманда көнүҙәк булған уҡыуҙар юғары кимәлдә үтте. Бындай күренештәр күнекмәләр генә булып ҡалһын ине...

 Р. ЗАМАНОВА. Автор фотоһы.

 

ЩЕРБАКОВ УРАМЫНДА “ГАЗ ШАРТЛАНЫ”
ЩЕРБАКОВ УРАМЫНДА “ГАЗ ШАРТЛАНЫ”
Автор:Роза Сафина
Читайте нас