Һеҙҙең эшегеҙ батырлыҡ, яуаплылыҡ һәм ныҡлы фиҙаҡәрлек талап итә. Хеҙмәтегеҙ буйынса һеҙгә законлылыҡ һәм тәртип һаҡлау өсөн сәләмәтлегегеҙҙе, ә ҡайһы берҙә ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуйырға тура килә. Йәмғиәттең тотороҡлолоғо, ҡалабыҙ граждандарының хәүефһеҙ һәм тыныс тормошо һеҙҙең компетентлы һәм оператив, йыйнаҡ булыуығыҙҙан һәм эштәрегеҙҙең көйлөлөгөнән тора.
Айырыуса рәхмәт һүҙҙәремде эске эштәр органдары ветерандарына әйткем килә. Һеҙҙең эшегеҙҙәге бурысыңа тоғролоҡ һәм батырлыҡ кеүек төп принциптарҙы бөгөн полицейскийҙарҙың йәш быуыны үҙләштерә.
Хөрмәтле эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙгә ысын күңелемдән ныҡлы һаулыҡ, зәңгәр күк йөҙө, Ватанға хеҙмәт итеүҙә уңыштар теләйем! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға аҡ бәхеттәр һәм имен һәм мул тормош теләйем!
Рөстәм Ғәзизов,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы
ҡала округы хакимиәте башлығы.