

«Беҙ мотлаҡ әйләнеп ҡайтырбыҙ һәм туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ менән Совет майҙанында йөрөрбөҙ, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен күрербеҙ. Шулай уҡ Одесса буйлап йөрөргә хыялланабыҙ», — ти «Турист».
«Турист» һүҙҙәренсә, батальонда шәхси составтың рухы күтәренке, һуғышсан. Яугирҙәр төрлө подразделениеларҙа хеҙмәт иткән яҡташтары менән йышыраҡ осрашырға тырыша, бер-береһе менән күрешергә, һуңғы яңылыҡтар менән бүлешергә ваҡыт таба.
«Турист» урындағы халыҡ тураһында ла һөйләне. Яугир һүҙҙәренсә, уларҙың күбеһе шайморатовсыларҙы йылы сәләмләй һәм үҙҙәренең фатихаһын бирә.
«Яңыраҡ ҡына гуманитар ярҙам, шәхси посылкалар килде. Барыһы ла бик шат. Йылы ойоҡ, термокейем ебәргәндәр. Кемгәлер хаттар килеп етте. Егеттәр туғандарына һәм гуманитар ярҙам йыйғандарҙың һәммәһенә ҡайнар сәләмдәрен еткерә. Ҙур рәхмәт! Бәйләнешкә сығырбыҙ, барыһы ла һәйбәт булыр», — тип яҙҙы «Турист».
Башинформ.