Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ноябрь , 11:45

Хөкүмәт 8-17 йәшлек балаларға түләү өсөн тағы 27,5 миллиард һум бүлде

Рәсәй Хөкүмәте аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 8-17 йәшлек балаларға айлыҡ пособие түләү өсөн төбәктәргә тағы 27,5 миллиард һум бүлә. Ошо хаҡтағы бойороҡҡа Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Хөкүмәт 8-17 йәшлек балаларға түләү өсөн тағы 27,5 миллиард һум бүлде
Хөкүмәт 8-17 йәшлек балаларға түләү өсөн тағы 27,5 миллиард һум бүлде

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, дәүләт башлығы Владимир Путиндың башланғысы буйынса 2022 йылдың апрелендә ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы индерелде. Ғаиләнең хәленә ҡарап, пособиеның күләме —бала өсөн төбәктәге йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100 процент. Ул айына 6 меңдән 13,5 мең һумға тиклем тәшкил итә.

«Бындай ярҙам йән башына уртаса килеме төбәктәге бер кешегә йәшәү минимумынан аҙыраҡ булған ғаиләләргә күрһәтелә. Пособиелар мохтажлыҡты комплекслы баһалауҙы ҡулланып тәғәйенләнә. Шуның менән бергә мохтажлыҡты иҫәпләгәндә 1 марттан һуң эшен юғалтҡан һәм мәшғүллек үҙәктәренә иҫәпкә торған граждандарҙың, шулай уҡ өлөшләтә мобилизация барышында хәрби хеҙмәткә саҡырылған ғаилә ағзаһының килеме иҫәпкә алынмай», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас в