Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2022, 04:40

Владимир Путин: “Балалы ғаиләләргә ярҙам буласаҡ!”

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәт ағзалары менән балалы ғаиләләргә ярҙам мәсьәләһе буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Уның йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә йәшәүсе күп ғаиләләрҙең йәшәү кимәлен яҡшыртырға форсат биргән ҡарарҙар ҡабул ителде.

Әсәлек  капиталы  арта

Алдағы йылда илдә әсәлек капиталы күләме беренсе балаға  590 мең һумға, ә икенсе балаға 790 мең һумға етәсәк. Әсәлек  капиталы программаһы 2026 йылға тиклем оҙайтыла. Рәсәйҙә әсәлек капиталын миллион тирәһе ғаилә аласаҡ.  Башҡортостанда быйыл йыл башынан беренсе һәм икенсе балаға, мәҫәлән, әсәлек  капиталына 16 647 сертификат бирелгән.

 

Яңы пособие

2023 йылдың 1 ғинуарынан балалы ғаиләләргә  бала тыуғандан алып  17 йәшкә еткәнсе берҙәм пособие бирелә  башлаясаҡ. Уны түләү механизмын властар  махсус  контролдә тотасаҡ. Берҙәм пособиены юллау һәм алыу  граждандар өсөн ныҡ аңлайышлы, ябай һәм уңайлы булырға тейеш. Президенттың һүҙҙәренсә, бындай дәүләт ярҙамы сараһы Рәсәй ғаиләләренә фәҡирлек янауҙан ҡотолорға форсат бирәсәк.

 

Рәсәй халҡының килемдәре

Владимир Путин билдәләүенсә, илдә инфляция тотороҡло кәмей, 2023 йылдың беренсе сирегендә  ул  5 процент самаһы тәшкил итергә тейеш. Шуның менән бергә, эш хаҡы хаҡтарҙың артыуын уҙып китергә йәки (ябай итеп әйткәндә) килем сығымдарҙы ҡапларға тейеш. Быйыл йыл башынан илдә йәшәү минимумы на 8,6 процентҡа индексацияланды, ә 1 июндән йәнә 10 процентҡа артты. Шуға ярашлы, йәшәү минимумына бәйләнгән барлыҡ социаль түләүҙәр ҙә индексацияланды.

 

Ата-әсәләрҙе эшкә сығырға дәртләндерәләр

Ата-әсәләр эшкә сыҡҡас, уларҙың  эш хаҡы  аҙ ғына арта, бындай тормош хәлендә һөҙөмтәлә ғаиләләр балаларға түләү алыу хоҡуғын юғалтыуы ихтимал. Шуның менән бергә, ғаиләнең дөйөм килеме түбән булып ҡала. Президент, ошоға бәйле, ата-әсәләрҙе эшкә сығырға дәртләндереү өсөн өҫтәмә мөмкинселектәр булдырырға, квалификацияларын күтәрергә һәм яҡшы эш хаҡы түләнә торған яңы һөнәрҙәр үҙләштерергә мөмкинселек булдырырға тәҡдим итте.

Роза САФИНА.

Владимир Путин: “Балалы ғаиләләргә ярҙам  буласаҡ!”
Владимир Путин: “Балалы ғаиләләргә ярҙам буласаҡ!”
Автор:Роза Сафина
Читайте нас