

Айырыуса Азия һәм Африка илдәре ерҙәге халыҡ иҫәбенең артыуына ҙур өлөш индергән, Европала, киреһенсә, халыҡтың кәмеүе күҙәтелә.
Кешелек, сираттағы үҫеш этабына еткәс, үҙенең алдында торған глобаль проблемаларҙы хәл итеү юлын табырға тейеш, тиелә хәбәрҙә. 2037 йылда Ерҙә халыҡ һаны 9 миллиардҡа етеүе ихтимал, тип фаразлай Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы.