Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
17 Ноября 2022, 08:10

ХЕҘМӘТ КЕШЕҺЕ ХАҠЫНА…

Профсоюздар эшмәкәрлеге хеҙмәт кешеһе хоҡуғы хаҡына эшләй. Хеҙмәткәрҙәрҙең лайыҡлы эш һәм социаль-көнкүреш шарттарын булдырыу, хеҙмәтте һаҡлау торошона контроль, производство коллективтарына етештереү пландарын үтәүҙә булышлыҡ итеү буйынса байтаҡ тормошсан мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү – тап улар иңенә төшә. Хеҙмәтсәндәрҙе һәм уларҙың балаларын шифахана-курорттарҙа дауалауға, уларҙың ялын ойоштороуға, граждандарҙы мәҙәни ялға, физкультура һәм спортҡа киң йәлеп итеүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Ҡыҫҡаһы, профсоюздар һәр хеҙмәт кешеһен тәү сиратта борсоған мәсьәләләрҙән ситтә ҡалмай. Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар  Федерацияһының бер быуатлыҡ юбилейы сиктәрендә Сәнәғәт профсоюзы округы вәкиле Таһир Рәүеф улы ҒӘЙЕТҠОЛОВ менән ҡорған әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

– Беҙҙең ҡалала әлеге ваҡытта нисә беренсел ойошма эшләп килә?

– Ҡалабыҙҙа 208 беренсел профсоюз ойошмаһы бар, улар 18 тармаҡҡа ҡарай, барлығы 36700 профсоюз ағзаһы иҫәптә тора. Бында 5 тармаҡты: мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәтселек хеҙмәткәрҙәрен айырым билдәләп үтер инем. Ә Республика профсоюздары федерацияһы үҙ сафтарында ярты миллионға яҡын кешене берләштерә, ул хеҙмәт кешеләренең мәнфәғәттәрен яҡлаусы иң эре һәм ҡеүәтле ойошма булып ҡала.

– Бөгөнгө профсоюз йүнәлеше бынан 100 йыл самаһы элек булған профсоюздан нимәһе менән айырыла?

– Бөгөнгө ябай булмаған шарттарҙа закондар сығарыу, хеҙмәтте һаҡлау һәм халыҡты социаль тәьмин итеү, хеҙмәткәрҙәрҙең законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен юридик яҡлау, лайыҡлы түләү кимәлен тәьмин итеү һәм социаль гарантиялар, эштән нигеҙһеҙ бушатыуға һәм эш хаҡтары буйынса бурыстарға юл ҡуймау өлкәһендәге хеҙмәттәр – эшмәкәрлегебеҙҙең төп йүнәлештәре булып тора.

 – Башҡортостанда власть, профсоюздар һәм эш биреүселәр араһында конструктив диалогтың эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырылыуы ҡыуаныслы.

– Социаль хеҙмәт мөнәсәбәттәре мәсьәләләре социаль партнерлыҡ системаһы сиктәрендә цивилизациялы хәл ителә. Өс яҡлы килешеү һәр ваҡыт һөҙөмтә бирә.

– Башҡортостанда профсоюздар федерацияһының 100 йыллығын билдәләп үттеләр.

– 100 йылға тиклем йәшәгән профсоюздар һәр ваҡыт ҙур татыу ғаилә булған. Һәр хеҙмәт эйәләренең хоҡуҡтарын яҡлаған, һәр хеҙмәтсәндең эш һәм ял  өсөн лайыҡлы шарттары булһын, ул иртәгәһе  көнгә ышаныс менән йәшәһен өсөн тырышҡандар. Профсоюз берлектәре ойошмалары республика һәм ил тарихына үҙҙәренең яҡты сәхифәләрен – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби һәм хеҙмәт батырлығын, һуғыштан һуң халыҡ хужалығының терҙеҙелеүен, беҙҙең төбәктең сәнәғәтен һәм социаль өлкәһен үҫтереүҙе индергәндәр.

– Һеҙгә ниндәй ярҙам һорап йыш мөрәжәғәт итәләр?

– Туранан-тура үҙемә мөрәжәғәт итмәһәләр ҙә беренсел профсоюз ойошмаларына мөрәжәғәт итеүселәр етерлек. Улар проблемаларын шул баҫҡыста уҡ хәл итәләр.

– Профсоюз аҡсалары нимәгә тотонола?

– Башлыса профком ағзаһының ғаризаһы буйынса төрлө ярҙамға, мәҫәлән, сирләгәндә юллама, ауыр хәлгә ҡалғанда аҡсалата ярҙам, бүләктәр һ.б. йүнәлтелә. Бынан тыш, ойоштороу эштәренә тотонола.

– Беҙҙең ҡалала эш хаҡтары тотҡарланыуына зарланыусылар бармы?

– Һуңғы йылдарҙа был бөтөнләй күҙәтелмәй. Эшләгән кеше аҡсаһын ваҡытында алырға күнеккән. Беҙ хакимиәт һәм эш биреүселәр менән килешеп халыҡтың йәшәү шартында уңайлыҡтар булдырабыҙ, хеҙмәт кешеһенең ялын  бергәләп ойошторабыҙ, ҡалала барған һәр башланғысты хуплап ҡабул итәбеҙ.

– Һеҙгә байрамығыҙ уңайынан профсоюз сафтарының берҙәмлеген, тыуған республикабыҙ хаҡына яуаплы эшегеҙҙә яңы уңыштар теләргә генә ҡала.

Әңгәмәне Римма ҒӘЛИМОВА ҡорҙо.

ХЕҘМӘТ КЕШЕҺЕ ХАҠЫНА…
ХЕҘМӘТ КЕШЕҺЕ ХАҠЫНА…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас