Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь , 16:44

Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре хәрби әҙерлек үтә

Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерә.

Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре хәрби әҙерлек үтә
Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре хәрби әҙерлек үтә

“Бөгөнгө көндә Рәсәй геройҙары Александр Доставалов һәм Миңләғәле Шайморатов исемендәге батальондар инде бер нисә ай алғы һыҙыҡта батырҙарса тыуған илен һаҡлай.
Был – өсөнсө батальон һәм ул әле Махсус хәрби операцияға йүнәлер алдынан үҙенең хәрби оҫталығын иҫкә төшөрә, физик торошон нығыта. Егеттәргә иң яҡшы инструкторҙар ярҙамға килде, улар яугирҙәр менән тәжрибә уртаҡлаша.

Республика барлыҡ батальондарҙы тәьмин итеү һәм доброволецтәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала.
Әлеге ваҡытта егеттәрҙең бурысы – үҙҙәрен хәрби заданиеларҙы уңышлы үтәү өсөн етди әҙерлек”, - тип яҙып сыҡты Радий Фәрит улы.

 

Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре хәрби әҙерлек үтә
Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре хәрби әҙерлек үтә
Автор:
Читайте нас в