

Проект " Парктың икенсе һулышы" тип атала. Ошо грант нигеҙендә паркта йәйәүлеләр һуҡмағы, шишмәләр араһында заманса баҫмалар эшләнелде. Эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары урынлаштырылды.
Паркка йәм биреү өсөн ҡоштар һындары алынды, шишмәләр йыһазландырылды. Бюстың нигеҙе грант аҡсаһына эшләнһә, Мәжит Ғафури бюсы район хакимиәте һәм район мәҙәниәт бүлегенең тос ярҙамы менән эшләнелде.
Гульнур Шаяхметова.