« Әгәр йорт хайуаны (эт, бесәй, ҡош һәм башҡалар) үлә икән, йоғошло сирҙәр таралмаһын өсөн Рәсәй Федерацияһының ветеринария өлкәһендәге закондар сығарыу талаптарын үтәргә кәрәк. Үлгән хайуанды ергә күмергә ярамай- был законға ҡаршы барыу тип һанала, сөнки үлгән хайуан мәйетен утилләштереү юҡ беҙҙә. Быны йорт хайуандары өсөн крематорийда эшләйҙәр. Кремациялау хаҡы эт йәки бесәйҙең ауырлығына һәм процедураның төрөнә бәйле. Ни өсөн хайуандарҙы ергә күмеү хәүефле һуң? Беренсенән, уларҙы башҡа хайуандарҙың соҡоп сығарыуҙары бар. Икенсенән, уларҙы грунт һыуҙары ағыҙып алып китеүҙәре ихтимал. Өсөнсөнән, хайуандың үлеүенең сәбәбе булған йоғошло сирҙәр ҡалған хайуандарҙы һәм кешеләрҙе зарарлау сығанағы булып торасаҡ.
Шуныһы мөһим: йорт хайуандарын күмеү тәртибен боҙған өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған ( Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 10,8 статьяһының 3-сө өлөшөнә ярашлы, физик шәхестәргә 4 меңдән 5 мең һумға тиклем, ә вазифалы шәхестәргә 20 меңдән 40 мең һумға тиклем административ штраф ҡаралған. Был хаҡта https://vk.cc/ccs4CV һылтанманы ентекләберәк уҡығыҙ. Ә бына Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының биологик ҡалдыҡтарҙы күсереү, һаҡлау, эшкәртеү һәм утилләштереү тураһындағы Ветеринр ҡағиҙәләрҙе раҫлау фарманы менән https://vk.cc/ciJWaG һылтанмала таныша алаһығыҙ.
Шулай уҡ үлгән йорт хайуандарын утилләштереү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн урындағы дәүләт ветеринар хеҙмәттәренә ( район йәки ҡала ветеринар станцияһына) мөрәжәғәт итергә кәрәк. Башҡортостандың район ветеринар станцияларының адрестарын һәм контакттарын https://vk.cc/cda9R2 һылтанмаһы аша табырға була.
Римма ҒӘЛИМОВА әҙерләне.
Фото: БР Ветеринария идаралығы сайтынан алынды.