Ашҡаҙар
+13 °С
Облачно
Йәмғиәт
28 Ноября 2022, 09:48

Рәмил Бәҙәмшин Шайморатов исемендәге батальон яугирҙәре алдында йыр башҡарҙы

Автор йырҙарын башҡарыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Бәҙәмшин Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонға арналған йыр яҙған һәм уны тәүге тапҡыр 24 ноябрҙә алғы һыҙыҡта Башҡортостан хәрбиҙәре алдында башҡарған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәмил Бәҙәмшин Шайморатов исемендәге батальон яугирҙәре алдында йыр башҡарҙыРәмил Бәҙәмшин Шайморатов исемендәге батальон яугирҙәре алдында йыр башҡарҙы
Рәмил Бәҙәмшин Шайморатов исемендәге батальон яугирҙәре алдында йыр башҡарҙы

 Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы хәбәр итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йырсы махсус хәрби операция зонаһына өсөнсө гуманитар конвой менән барған.

Рәмил Бәҙәмшин үҙенең йырын Башҡортостандың күп милләтле халҡына, башҡорт яугирҙәренең батырлығына арнаған, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Рәмил Бәҙәмшиндың Донбасҡа бынан алдағы сәфәренән һуң бер нисә көн үткәс йырҙың һүҙҙәрен баҫып сығарҙы.

«Махсус хәрби операция зонаһына барып ҡайтҡандан һуң бер нисә яңы йыр яҙҙым. Ҡасан да булһа уларҙы алғы һыҙыҡта йырлармын тип ышанам», — тигәйне Рәмил Бәҙәмшин «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына.

Автор:
Читайте нас