Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2022, 13:15

Агросәнәғәт комплексы объекттарын яңыртыуға 600 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә

Рәсәй Хөкүмәте төбәктәрҙең агросәнәғәт комплексы объекттарын төҙөү һәм яңыртыу өсөн сығымдарын өлөшләтә ҡаплай. Был маҡсатҡа бөтәһе 7,7 миллиард һум бүленә. Тейешле бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Агросәнәғәт комплексы объекттарын яңыртыуға 600 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә
Агросәнәғәт комплексы объекттарын яңыртыуға 600 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә

Документҡа ярашлы, Башҡортостанға ошо маҡсатҡа 600,13 миллион һум бүленә. Аҡса һөтсөлөк һәм ит фермаларын, ауыл хужалығы продукцияһы һаҡлағыстарын, селекция-орлоҡсолоҡ һәм тоҡомсолоҡ үҙәктәрен төҙөүгә һәм ремонтлауға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплай. Һүҙ илдең 43 төбәгендә 152 инвестиция проекты хаҡында бара.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2022 йылдың 10 айында Башҡортостанда етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһының тулайым күләме 219,16 миллиард һум тәшкил иткән, был былтырғынан 24,9 % күберәк.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: