Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2022, 09:05

Берҙән-берем минең!

Әсә көнө… Беҙ был байрамға һәр йыл алдан бик әүҙем әҙерләнәбеҙ: шиғырҙар ятлайбыҙ, йыр-бейеүҙәр өйрәнәбеҙ, әсәйҙәребеҙҙе һүрәткә төшөрәбеҙ. Быйыл иһә ҡәҙерле кешемә – Гүзәл Наил ҡыҙы Өмәтбаеваға йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәремде “Ашҡаҙар” гәзите аша еткергем килә.

Берҙән-берем минең!
Берҙән-берем минең!

Минең әсәйем дә, күп әсәйҙәр кеүек, балаларым тип тырыша, ҡайғыра һәм беҙҙең өсөн өҙөлөп тора. Уның исеме есеменә тап килә. Ул иң матур, иң егәрле, иң һөйкөмлө кешеләрҙең береһе! Мин әсәйемде бик яратам, хатта һәр яҡтан да уға оҡшарға тырышам. Ул да беҙҙе: атайымды, ике ҡустымды, мине һәм апайымды берҙәй ярата. Минең әсәйем – күп балалы әсә!
Әйтәләр бит, күҙ – күңел көҙгөһө тип. Һәр ваҡыт әсәйемдең күҙҙәренә ҡарағанда ошо һүҙҙәргә ышанам. Уларҙан эскерһеҙлек, ихласлыҡ һәм изгелек бөркөлә. Уның ҡарашында бер ҡасан да алдау, мәкерлелек һәм хәйләкәрлелек юҡ. Әсәйемдең һәр бер хәрәкәтендә бөхтәлек, нәфислек һәм еңеллек сағыла. Мин уға һоҡланам.

Әсәйемдең аш-һыуҙары телде йоторлоҡ, йәй көндәре гөрләп үҫкән сәскәләрен күреп күҙҙәр ҡамаша. Ул бәйләгән ойоҡ-бейәләйҙәрҙе кейеп ҡыуанабыҙ. Әсәйем беҙҙе үҙе белгән бөтә эштәргә лә өйрәтергә тырыша. Аш бүлмәһендә беҙ апайым менән һәр саҡ ҡәҙерлебеҙ янында тәмле ризыҡтар бешерәбеҙ.

Мәктәптән әсәйемдең мөләйем йөҙөн, йылы аштарын һағынып йүгереп ҡайтабыҙ. Ҡәҙерле кешебеҙ беҙҙе һәр ваҡытта иркәләп, бар йөрәк йылыһын биреп үҫтерә, үҙенең кәңәштәрен бирә, бер-беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәргә өйрәтә. Ҡайһы берҙә әсәй берәй ергә китһә, өйҙә күңелһеҙ, ҡараңғы була. Ә ҡайтып керһә, өй яҡтырып киткәндәй тойола.
Ҡәҙерлебеҙ өйҙә күп эшләй, шуға күрә беҙ уға ярҙам итергә тырышабыҙ.
Әлеге көндә әсәйем Даян ҡустым менән декрет ялында. Сабый бер аҙ ҙурайғас, әсәйем матурлыҡ индустрияһына ҡараған шөғөлдәргә өҫтөнлөк бирҙе. Тәүҙә туғандары, әхи-рәттәренең керпектәрен ҡуйыртып, тырнаҡтарын ипкә килтерһә, хәҙер инде оҫта әсәйҙең бихисап даими клиенттары бар. Шулай уңған ул!

Миңә әсәйем бик ҡәҙерле. Уға алдағы тормошонда, эшендә тик уңыштар ғына теләйем.
Беҙ әсәйҙәрҙең бөйөклөгөн, изгелеген тик ошо Әсә көнөндә генә түгел, ә көн һайын хәтерҙә тоторға тейешбеҙ. Йырҙа йырланғанса, әсәйҙәр бер генә, уларҙың ҡәҙерен беләйек, уларҙы яҡшы эштәребеҙ, матур уҡыуыбыҙ, тәртипле-тәүфиҡлы булыуыбыҙ менән ҡыуандырып йәшәйек! Ер йөҙөндәге бөтә балалар ҙа әсәйле булып үҫһендәр!


Азалия ӨМӨТБАЕВА,
24-се мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: